+8 °С
Ясно
Антитеррор
Новости
7 Марта 2019, 06:14

Өфөлә үтәсәк Принцессалар балында Баймаҡ районынан дүрт уҡыусы ҡыҙ ҡатнашасаҡ

Башҡортостан башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров меценаттар менән осрашыуҙа 8 март алдынан мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн «Принцессалар балы» ойоштороу идеяһын тәҡдим иткәйне. Был изге ниәт хуплап ҡабул ителде.

Уны Баймаҡ ҡалаһының инвалидтар йәмғиәте мәғариф бүлеге, Балалар ижады үҙәге хеҙмәткәрҙәре менән берлектә тормошҡа ашырып та ҡуйҙы - район «Принцессалар балы»н ойошторҙо. Ҡыҙҙарҙың ижади һәләттәрен үҫтереү, үҙ-ара аралашыу мөхитен булдырыу маҡсатында ойошторолған байрамда Баймаҡ районының Ниғәмәт, Ҡуянтау, Мерәҫ, Таулыҡай һәм башҡа ауылдарынан 20-нән ашыу бала ҡатнашты.
Тырыш, аҡыллы ҡыҙҙар төрлө һынауҙарҙы уңышлы үтте, селфи, «Көйҙө таны!» уйынында ҡатнашты, буталған ярмаларҙы тәрилкәләргә йыйҙы, флешмоб бейене, ә уларҙың яҡындары өсөн ғорурлыҡ тойғоһо кисерҙе.
Читайте нас