Хөкөм ителгәндәр һәм ғәйепләнеүселәр менән эшләүсе ҡатын-ҡыҙҙар өҫтөндә ҙур яуаплылыҡ. Улар башлыса психологик тәрбиә алып бара. Тимер рәшәткә артында эшләгән гүзәл заттар хаҡында беҙҙең сайтта уҡығыҙ.
Тәфтиш изоляторында дүрт йөҙгә яҡын хеҙмәткәр эшләй, уларҙың утыҙ проценты гүзәл зат вәкиле. Күҙәтеү бүлеге инспекторҙары башлыса дежурлыҡҡа йәлеп ителә. Шулай уҡ үткәреү пунктында хеҙмәт итә. Махсус форма, погондар. Рядовой составтан тыш, араларында сержант, прапорщиктар бар.
Әлфинә Зәйнуллина, режим һәм күҙәтеү бүлеге кесе инспекторы: “Ун бер йыл тәфтиш изоляторында эшләйем, оҡшай. Характерым сыныҡты, эшкә өйрәндем”.
Режим ҡаты. Шуға көн һайын хеҙмәткәрҙәр менән дә психологтар эшләй. Уларға тест һорауҙары бирелә, төрлө методикалар буйынса хеҙмәт алып барыуға әҙерлектәре тикшерелә. Шәхси һорауҙар менән дә мөрәжәғәттәр ҡарала. Өлкән психолог Айгөл Фәррәхова 2007 йылдан алып изоляторҙа ғәйепләнеүселәр менән эшләй. Капитан дәрәжәһенә еткән.
Айгөл Фәррәхова, психолог, капитан: “Эш ауыр булһа ла, һөнәрем оҡшай. Психокоррекция яһайбыҙ, шәхси ҡабул итеү ойошторабыҙ. Характеристикалар яҙабыҙ”.
Хөкөм ителгәндәр һәм ғәйепләнеүселәргә психологик ярҙам ғына күрһәтелмәй, сәләмәтлектәре лә күҙәтеү аҫтында. Ауыр контингент булғанға күрә, һәр кемгә шәхси мөнәсәбәт. Урында медицина тикшеренеүҙәре ойошторола, кәрәккәндә оператив ярҙам да күрһәтелә.
Фәзимә Кәбирова, өлкән шәфҡәт туташы: “Бөтә республика колонияларынан ауырыуҙар килә. Уларға медицина, писхологик ярҙам күрһәтелә. Операциялар эшләнә. Бныда беҙҙең юғары квалификациялы табиптар, хирургтар эшләй”.
Дауаханала иллегә яҡын хеҙмәткәр эшләй, уларҙың күбеһе ҡатын-ҡыҙҙар. Араларында майор дәрәжәһенә етеүселәр ҙә бар. Гүзәл заттар ир-егеттәр менән бер рәттән ауыр контингент менән эшләй. Әйткәндәй, медицина учреждениеһы уҙған быуаттың һикһәненсе йылдарында күтәртелгән. Урында ауырыуҙар өсөн туҡһанға яҡын койка-урын иҫәпләнә.