0 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Март 2019, 12:13

Республикала хирургтар үҙенең сәсен йотҡан 8 йәшлек ҡыҙҙы ҡотҡарған

Нефтекама дауаханаһының икенсе хирургия бүлексәһенә 8 йәшлек ҡыҙ килтерелгән.

Нефтекама дауаханаһының икенсе хирургия бүлексәһенә 8 йәшлек ҡыҙ килтерелгән. Ул эсе ауыртыуға, хәлһеҙлеккә һәм күңеле болғаныуға зарланған. Уҡыусы ҡыҙ ҡала дауаханаһына район медицина учреждениеһынан күсерелгән. Бөтә билдәләр аппендицитҡа күрһәткән, ләкин операция ваҡытында табиптар көтөлмәгән күренешкә юлыҡҡан. Нефтекама дауаханаһының дауалаусы табип-хирургы Руслан Раянов «Башинформ» агентлығына ошо хәлде тулыраҡ итеп һөйләне.
«Табип күҙлегенән ҡарағанда, операция диагностик табыш йәһәтенән үҙенсәлекле. Хирургия бүлексәһенә йышыраҡ һуҡыр эсәктәре шешкән балалар эләгә. Йәғни пациенттың да сир билдәләре аппендицитҡа оҡшаш ине. Шуға беҙ аппендицитҡа операция яһай башланыҡ. Ә операция ваҡытында нәҙек эсәктә трихобезоар таптыҡ. Энтеротомия үткәреп, безоарҙы алдыҡ», — тип хәбәр итте дауалаусы табип.
Нәҙек эсәк трихобезоары йышыраҡ насар ғәҙәтле йәки үҙенең сәсен сәйнәргә һәм йоторға әүәҫ балаларҙа, айырыуса ҡыҙҙарҙа күҙәтелә, тип асыҡлыҡ индерҙе ул.
Бер сәғәткә яҡын дауам иткән операция ваҡытында Нефтекама хирургтары баланың нәҙек эсәгенән тап ошондай сәсле «шеш»те алған.
«Операциянан һуң ҡыҙ табиптар күҙәтеүендә булды. Йөйҙәрҙе алғандың һигеҙенсе тәүлегенә пациентты дауахананан сығарҙыҡ. Әле уның хәле һәйбәт», — тине әңгәмәсе.
Ҡыҙҙың әсәһе балаһының шундай насар ғәҙәте бар икәнен белмәгән.
«Хөрмәтле ата-әсәләр, әгәр балағыҙҙың үҙенең сәсен йәки йәнлектәрҙең йөнөн ауыҙына ҡабырға яратыуын һиҙеп ҡалһағыҙ, ошондай хәл йәки башҡа ҡатмарлыҡтар килеп тыумаһын өсөн табипҡа мөрәжәғәт итегеҙ», — тип өҫтәне Руслан Раянов.
Читайте нас: