+23 °С
Дождь
Антитеррор
Новости
11 Марта 2019, 13:11

Республика юлдарына 609 видеокүҙәтеү ҡоролмалары урынлаштырыласаҡ

Киләһе йылдың 20 майына тиклем республика юлдарына 600-ҙән ашыу видеокүҙәтеү ҡоролмалары урынлаштырыласаҡ.

Киләһе йылдың 20 майына тиклем республика юлдарына 600-ҙән ашыу видеокүҙәтеү ҡоролмалары урынлаштырыласаҡ. Ҡоролмаларҙың 150-һе ағымдағы йылдың аҙағына тиклем барлыҡҡа киләсәк. Был хаҡта республиканың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты хәбәр итә.
Ведомство етәксеһе Тимур Мөхәмәтйәнов һүҙҙәренсә, төбәктең дәүләт комитеты проекттың юл картаһын әҙерләй. Фото һәм видеокүҙәтеү ҡоролмалары комплекстары билдәләнгән ваҡытҡа урынлаштырыласаҡ. Уларҙы хеҙмәтләндереү менән ете ойошма шөғөлләнәсәк. Ағымдағы йылдың беренсе авгусына тиклем хеҙмәт күрһәтеү буйынса килешеүҙәр төҙөләсәк.
Проект-смета документтарына ярашлы, комплекстар төбәк, муниципаль-ара һәм муниципаль юлдарына урынлаштырыласаҡ.
Читайте нас