Иртәгә, 12 мартта, төбәктә ямғыр, епшек ҡар яуыуы көтөлә. Был хаҡта Башгидрометүҙәк хәбәр итә.
Белгестәр күҙаллауынса, шишәмбе болотло һауа торошо көтөлә. Ямғыр, епшек ҡар яуыуы күҙаллана. Айырым райондарҙа боҙлауыҡ, төндә һәм иртәнсәк –томан. Юлдарҙа боҙлауыҡ. Һауа температураһы төндә дүрт градус һалҡын, көндөҙ биш градус йылы.
13 мартта һауа торошо үҙгәрмәйәсәк, 14 мартта ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы көтөлә.