Республикала төндә бер аҙ епшек ҡар яуыуы көтөлә. Еңелсә буран сығыуы, юлдарҙың айырым урындарында боҙлауыҡ булыуы күҙаллана.
Бөгөн көндөҙ һауа температураһы биш градус йылы булыуы көтөлә. Урыны менән ҡарлы ямғыр яуыуы ихтимал. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнбайыштан талғын, ваҡыты менән көсәйеүсән.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, бөгөн көндөҙ һауа температураһының күтәрелеүе көтөлә. Юлдарҙа боҙлауыҡ.