0 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Март 2019, 13:13

Төбәктә көслө ташҡын күҙалланмай

Гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхитте мониторинглау буйынса Башҡортостан идаралығы етәксеһе Вилора Горохольская һүҙҙәренсә, уҙған йылдар менән сағыштырғанда, ташҡын күләме ун процентҡа түбәнерәк булыуы күҙаллана.

Гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхитте мониторинглау буйынса Башҡортостан идаралығы етәксеһе Вилора Горохольская һүҙҙәренсә, уҙған йылдар менән сағыштырғанда, ташҡын күләме ун процентҡа түбәнерәк булыуы күҙаллана. Был хаҡта ул Республика Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмә барышында хәбәр итте.
Урал йылғаһы бассейнында йылғалар норманан ике-өс көнгә алда, беренсе апрелдән алтынсы апрелгә тиклем, ҡуҙғалыуы көтөлә. Ағиҙел йылғаһы буйынса мәғлүмәт 25 марттан һуң хәбәр ителәсәк.
Вилора Горохольская, Гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхитте мониторинглау буйынса Башҡортостан идаралығы етәксеһе
Вилора Горохольская билдәләүенсә, көньяҡ-көнсығыш төбәк райондарында ташҡын булыуы күҙаллана. Был осорҙа Белорет районының дүрт ауылы юлһыҙ ҡалыуы ихтимал.
Читайте нас: