+26 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
12 Марта 2019, 13:37

Республикала киҫкен респиратор вирус инфекцияһы һәм киҙеү менән сирләүселәр һаны 19% кәмегән

Һуңғы аҙнала Башҡортостанда киҙеү һәм киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән ауырыусылар һаны 19,2% кәмегән.

Һуңғы аҙнала Башҡортостанда киҙеү һәм киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән ауырыусылар һаны 19,2% кәмегән. Бөгөн 22,9 мең осраҡ теркәлгән, уларҙың 13,8-ҙе — балалар. Республиканың Роспотребнадзор идаралығы мәғлүмәттәренә ярашлы, күрһәткес эпидемик сиктән 16,6% түбән.
«Өфөлә яҡынса диагноздар буйынса грипп һәм киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән сирләүҙең 8,3 мең осрағы теркәлгән, шул иҫәптән балаларҙа — 4,4 мең осраҡ (52%). Был эпидемик сиктән 2% түбән. Үткән аҙна менән сағыштырғанда ауырыусылар 15,1% кәмегән. Өфөлә сирлеләрҙең эпидемик сиктән артыуы өлкәндәр араһында ғына күҙәтелә», — тип билдәләне белгестәр.
Бынан алда «Башинформ» республикала грипп һәм киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән сирләүселәр һанының кәмеүгә табан барыуы хаҡында хәбәр иткәйне.
Читайте нас