Башгидрометүҙәк белгестәре хәбәр итеүенсә, был аҙнала тотороҡһоҙ һауа торошо күҙаллана. 12 һәм 13 мартта ҡайһы бер райондарҙа епшек ҡар, ямғыр яуыуы көтөлә. Ел көньяҡ-көнбайыштан, ваҡыты менән көсәйеүсән.
Юлдарҙа урыны менән еңелсә боҙлауыҡ булыуы ихтимал. Һауа температураһы төндә дүрт градус һалҡын, көндөҙ биш градус йылы.
Кесе йома, 14 мартта,һауа торошо насарая: епшек ҡар яуыуы, сымдарға һәм ағастарға ҡар һырыуы, боҙлауыҡ булыуы күҙаллана. Һауа температураһы төндә алты градус һалҡын, көндөҙ дүрт градус йылы.