-4 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Март 2019, 12:00

«Аҡбуҙат» ипподромында үтәсәк ат турнирында Әлшәй районынан һигеҙ ат ҡатнаша

Әле хужалары малҡайҙарҙы әҙерләй. Ярышҡа башҡорт тоҡомло йылҡы малы һайлап алына. Ни өсөн таҙа ҡанлы юртаҡтар сабышҡа йәлеп ителмәй? Ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап беҙҙең сайтта.

Әле хужалары малҡайҙарҙы әҙерләй. Ярышҡа башҡорт тоҡомло йылҡы малы һайлап алына. Ни өсөн таҙа ҡанлы юртаҡтар сабышҡа йәлеп ителмәй? Ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап беҙҙең сайтта.
"Белык" ҡушаматлы ат Илмирҙың йән дуҫы. Һабантуйҙарҙа алдынғылыҡты бирмәгән юртаҡ менән улар тиҙҙән Өфөгә юлланасаҡ. Әле ҙур ярышҡа әҙерлек бара. Күнекмә урыны баҫыуҙа. Ҡар иреп бөтмәһә лә көн һайын яртышар сәғәт бер нисә саҡырым сабып киләләр. Ә турнир алдынан атҡа ике көн ял биреләсәк.
Ярышҡа Уваровка ауылындағы ат фермаһынан иң етеҙ аттар һайлап алына. 20 йылдан ашыу эшләп килгән крәҫтиән -фермер хужалығында 400 тирәһе йылҡы малы аҫырала. Тоҡомсолоҡ менән шөғөлләнеүсе хужалыҡтан былтыр Ҡытайға утыҙҙан ашыу малҡай һатылған.
Ә был инде райондың Балалар- үмерҙәр ат спорты клубында хайуанҡайҙарға матурлыҡ салоны. Жокейҙар уларҙы көн һайын тәрбиәләй. Ялдары тарала, таҙартыла. Ярты йылға бер тапҡыр тояҡтарындағы тырнаҡтары киҫелә.
Бында башлыса таҙа тоҡомло йылҡы малы аҫырала. Рәсәй буйынса ярыштарҙа даими призлы урындар яулаһалар ҙа, әлеге турнирҙа ҡатнашмайҙар. Сөнки был малҡайҙар март айында ярышып өйрәнмәгән. Әлбиттә, шәберәк сабалар, тик йәрәхәт алыуҙары ихтимал, ә башҡорт аттары сыҙамлыраҡ.
Клубты аҫырау район ҡаҙнаһына 3 миллион һумға төшә. Эш аҡсала түгел. Иң мөһиме, йәш быуында йылҡы малына һөйөү уятыу. Әлегә ун бала ғына шөғөлләнә. Улар өсөн дәрестәр бушлай.
Республика кимәлендә ат үрсетеүгә иғтибар артыр тип көтөлә. 24 мартта Таһир Кусимов исемендәге "Аҡбуҙат" ипподромында республиканың 100 йыллығын байрам итеү уңайынан "Терра Башҡортостан" тип исемләнгән беренсе ат турниры ла үтә. Республика етәксеһе Радий Хәбиров унда халыҡты әүҙем ҡатнашырға саҡырып, социаль селтәрҙәрҙә сығыш яһаны. Әле төбәктә ун меңләгән кеше үҙенсәлекле башҡорт тоҡомон үрсетеү менән шөғөлләнә. Был эште мотлаҡ хуплаясаҡбыҙ һәм үҫтерәсәкбеҙ. Беҙҙең турнир, әлбиттә, рәсми түгел, аттарыбыҙ донъя рекордын да ҡуймаясаҡ, әммә бындай сара һәр ваҡыт - ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс", - тип билдәләне Радий Хәбиров. Әйткәндәй, турнирға билдәле спортсылар, спорт ветерандары, ижади йәштәр, республиканың йәштәр йәмәғәт ойошмалары йәлеп ителәсәк. Ярыштарҙың беренсе этабында Баймаҡ, Әбйәлил, Әлшәй, Дыуан райондары командалары ҡатнаша. Турнир Башҡортостан юлдаш телевидениеһында "Бәйге! проектының бер өлөшө буласаҡ. Турнирҙар октябргә тиклем дауам итәсәк һәм унда һәр район ҡатнашасаҡ. 11 октябрҙә финалда иң- иңдәр ярыша.
Читайте нас