12 марттан йылға аша хәрәкәт итеү тыйыла. Был хаҡта республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты хәбәр итә.
Әле төбәктә йылы һауа торошо һаҡлана. Ошо сәбәпле, боҙ ҡатламының иреүе, уның сатнауы һәм шәре сығыуы күҙәтелә. Боҙ аша хәрәкәт итеү оло хәүеф тыуҙыра.
Әлеге ваҡытта боҙ аша һалынған юлға техникаларҙы һәм кешеләрҙе ебәрмәү буйынса эштәр башҡарыла. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы халыҡты боҙға төшөүҙән тыя.