Ошо көндәрҙә республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығында оператив кәңәшмә үтте. Ултырышта республикала онкология менән ауырыусылар һаны һәм уларҙың киң таралған формаларын хәбәр иттеләр. Был хаҡта ведомствоның матбуғат хеҙмәте белдерә.
Республика клиника онкодиспансерының баш табибы белдереүенсә, Башҡортостанда уҙған йылда сирләүселәр һаны йөҙ мең кешегә ҡарата 322 осраҡта , ә үлем- яҡынса 182 осраҡта теркәлә. Үпкә шеше- 17%, ашҡаҙан шеше – 9,2%, һөт биҙҙәре шеше– 8,7% тәшкил итә.
Баш табип хәбәр итеүенсә, диспансеризация сиктәрендә, уҙған йылда табиптар аналыҡ яман шешенең 83 осрағын, 528 шеш алды сирҙәрен асыҡлай.