-10 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Март 2019, 17:47

Башҡортостанда ял көндәрендә епшек ҡар яуыуы күҙаллана

Башҡортостанда ял көндәрендә һауа торошоноң ҡырҡа үҙгәреүе көтөлә. Был хаҡта Башгидрометүҙәк белгестәре хәбәр итә.

Башҡортостанда ял көндәрендә һауа торошоноң ҡырҡа үҙгәреүе көтөлә. Был хаҡта Башгидрометүҙәк белгестәре хәбәр итә.
Метеорологтар мәғлүмәттәре буйынса, иртәгә, 16 мартта,республикала урыны менән бер аҙ ҡар яуыуы ихтимал, көндөҙ яуым-төшөм көтөлмәй. Һауа температураһы төндә ун өс градус, көндөҙ дүрт градус һалҡын.
Йәкшәмбе, 17 мартта, көньяҡ райондарҙа епшек ҡар яуыуы, төндә һәм иртәнсәк боҙлауыҡ булыуы күҙаллана. Һауа температураһы төндә туғыҙ градус һалҡын, урыны менән ун алты градусҡаса түбәнәйеүе көтөлә, көндөҙ биш градус һалҡын.
Читайте нас