-1 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Март 2019, 17:19

Әлшәй районы үҙәгендә бассейнлы физкультура-һауыҡтырыу комплексы төҙөлә

Киләһе уҡыу йылынан Әлшәй районы уҡыусылары өсөн физкультура дәрестәре бассейнда үтәсәк. Район үҙәге Раевка ҡасабаһында бассейнлы физкультура-һауыҡтырыу комплексы төҙөлә. Объектҡа нигеҙ былтыр көҙ һалынған. Әле төҙөлөш эштәренең ҡыҙған мәле.

Металл каркастарҙы монтажлау, бүлкәләргә бүлеү эштәре башҡарыла. Комплекста 25 метрлыҡ бассейн, баскетбол, волейбол, гандбол һәм мини-футбол уйнау өсөн стандарт спорт залы буласаҡ. Физкультура -һауыҡтырыу комплексы республиканың 100 йыллығы объекттарының береһе, ҡаҙнанан уның өсөн 150 миллион һумға яҡын аҡса бүленә.
Наил Хәйретдинов, Әлшәй районы хакимиәте башлығы урынбаҫары: “Төҙөүселәр объектты быйыл 1 сентябргә файҙаланыуға тапшырырға ниәтләй. План буйынса эштәр ноябрҙә тамамланырға тейеш. Беҙҙең районда әлегә тиклем бындай бассейн булманы. Балалар һәм өлкәндәр өсөн дә спорт менән шөғөлләнергә заманса шарттар буласаҡ”.
Читайте нас: