+19 °С
Дождь
Антитеррор
Новости
18 Марта 2019, 07:01

Башҡортостан умартасыларына ҡоролмалар һатып алыу өсөн субсидия биреләсәк

Был турала Өфөлә үткән тәүге съезда белдерелде. Бынан тыш, йыйында ҡатыштырылған бал һатыусыларға ҡаршы көрәш, ҡануниәтте камиллаштырыу, йүкәлектәрҙе һаҡлау, бал айыртыуҙы сәнәғәт кимәленә сығарыу һәм башҡа проблемалар хаҡында һүҙ барҙы.

Был турала Өфөлә үткән тәүге съезда белдерелде. Бынан тыш, йыйында ҡатыштырылған бал һатыусыларға ҡаршы көрәш, ҡануниәтте камиллаштырыу, йүкәлектәрҙе һаҡлау, бал айыртыуҙы сәнәғәт кимәленә сығарыу һәм башҡа проблемалар хаҡында һүҙ барҙы. 2021 йылда халыҡ-ара "Апимондия" конгресын ҡабул итергә әҙерләнгән Башҡортостан өсөн был һорауҙарҙың барыһы ла көнүҙәк.
Солоҡсолоҡ ата-бабаларҙан ҡалған шөғөл. Тәү ҡарамаҡҡа ағасҡа ҡыуыш уяһың да нәҙекәйбилдәрҙең бал йыйғанын көтөргә һәм кәрәҙле бал менән һыйланырға ғына ҡала. Ысынбарлыҡта иһә был кәсеп белем дә, оҫталыҡ та, таһыллыҡ та талап итә. Мортаза Солтанғолов солоҡсолоҡ менән күптән шөғөлләнә, балы сифатлы, әҙер продукцияға ихтыяж ҙур. Тик үҫемлектәр донъяһының үҙгәреүе генә күңелде ҡыра.
Яҙыусы, журналист Зөфәр Толомғужин да солоҡсолоҡ темаһын күптән өйрәнә. Уның фекеренсә, был кәсеп өсөн иң ҡурҡынысы урман тереклегенең һөжүме, солоҡтарға бигерәк тә айыуҙар зыян килтерә, ә уларҙы лицензияһыҙ атырға ярамай. Ул умарта туҙҙырыусы тайыштабандар менән көрәшеү мотлаҡ тип иҫәпләй.
Солоҡсолоҡ булһынмы, умартасылыҡмы, әле етештереү ҡеүәттәрен арттырып балды күпләп, йәки сәнәғәт кимәлендә һатыу хаҡында һүҙ бара. Ә бының өсөн яңы, заманса ҡоролмалар кәрәк.
Әле иһә умартасыларға ҡоролмаларҙы үҙ ҡулдары менән эшләргә тура килә. Мәҫәлән, ошо шөрөп бороу инструменты ярҙамында прополис йыйырға мөмкин. Ә был быяла һауытта бал ҡортоноң ағыуы йыйыла. Нәҙекәйбилдәр электр тогы ебәрелгән тимер сымдарға килеп һуғыла һәм быялаға ағыуын ебәрә. Бал ҡорто ла тере ҡала, ҡиммәтле дауалау продукцияһы ла алына.
Был өлгөләрҙе Башҡорт дәүләт аграр университетының умартасылыҡ кафедраһы уйлап тапҡан, Ғалим Вәрис Туҡтаров ҡоролмаларға патент та алған, уларҙы киң етештереүгә сығарырға ла мөмкин. Субсидия бүленһә ҡул көсө менән башҡарылған эштәрҙең күбеһе техникаға күсәсәк. Әлбиттә, заман технологияларының ыңғай яҡтары ла, киреһе лә бар, һүҙ препараттар хаҡында. Яңы быуын пестицидтары нәҙекәйбилдәрҙең һәләк булыуына килтерә, ә антибиотиктар бал сифатына йоғонто яһай. Был умартасыларҙың дарыуҙарҙы ҡуллана белмәүенән дә килә.
Шулай ҙа умартасыларҙы борсоған төп проблема ялған бал менән бәйле, хәҙер республиканың ғына түгел, илдең, донъяның һәр мөйөшөндә башҡорт балын күрергә мөмкин. Тик уларҙы етештереүселәрҙең республикаға бер ниндәй ҙә мөнәсәбәте юҡ. Ә сифатһыҙ продукция ысын башҡорт балының абруйына зыян килтерә. Ә ҡануниәт камил түгел, ялған бал һатыусыларға ҡаршы ҡәтғи саралар ҡаралмаған. Ә намыҫһыҙ аралашсылар балға төрлө ҡатнашмалар өҫтән бер тиндән икене яһарға тора.
Ике йылдан республика умартасыларҙың "Апимондия" халыҡ-ара конгресын ҡабул итә. Абруйлы форумға әҙерлек сиктәрендә умартасылар төп проблемаларҙың хәл ителеүен көтә. Әле Башҡортостан лаборатория тикшереүҙрәе индерелгән берҙән-бер төбәк, бынан тыш чиплау эше бара. Был ситтән бал ҡорттары индереүҙе сикләр тип көтөлә. Бынан тыш, махсус программа әҙерләнә, ул бал етештереүселәрҙең бар һорауҙарын үҙ эсенә алырға тейеш. Бренд кимәленә күтәрелгән башҡорт балы үҙе лә яҡлауға мохтаж.
Читайте нас