+30 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
18 Марта 2019, 11:28

Радий Хәбиров төбәктә 15 июнгә тиклем юлдарҙа төҙөкләндереү эшен тамамларға бойорҙо

Башҡортостанда юлдарҙағы соҡорҙарҙы ямау эше 15 июнгә тиклем тамамланырға тейеш.

Башҡортостанда юлдарҙағы соҡорҙарҙы ямау эше 15 июнгә тиклем тамамланырға тейеш. Оператив кәңәшмә барышында Радий Хәбиров дәүләт комитетына тейешле күрһәтмә бирә. Соҡорҙарҙы ямау буйынса мөһим эштәр 15 апрелдә башланасаҡ.
Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты етәксеһе Тимур Мөхәмәтйәнов һүҙҙәренсә, ағымдағы йылда һалҡын асфальт- бетон ҡатнашмаһын ҡулланып, юлдарҙа төҙөкләндереү эштәре 15 февралдә башланды. Мөһим эштәр 15 апрелдән башҡарыласаҡ. Ведомство төҙөкләндереүҙе 15 июнгә тиклем тамамларға күҙаллай.
Радий Хәбиров беренсе апрелгә тиклем республика буйынса юлдарҙы төҙөкләндереү буйынса берҙәм мобиль ҡушымта эшләргә кәрәклеге тураһында иҫкәртте. Төбәк Башлығы яңы программаны шәхсән һынап ҡараясаҡ.
Читайте нас