Әле ҡотҡарыусылар йылға буйҙарында йәшәүселәрҙе иҫкәртеү менән мәшғүл. Өфөләге Кооператив яланда йәшәүселәр йорт һалғанда уҡ ерҙе ике-өс метрға өҫкә күтәрткән.
“Һуңғы йылдарҙа ташҡын өйгә килеп еткәне юҡ, шуға ҡарамаҫтан уяу булыу мотлаҡ”, - ти Альбина Тутаева.
-Катер бар. Аҙыҡ-түлек әҙер. Кәмә менән йөҙөп йөрөгән саҡтар булды. 1999-сы, 2007-се йылда көслө ташҡын булды.
Коооператив яланда ике меңдән ашыу кеше йәшәй. “Күптәр хәүефһеҙлек саралары хаҡында белеп бөтмәй, кәмәләре, ҡотҡарыу жилеттары юҡ, мөлкәт страховкаланмаған. Был осраҡта ташҡындан зыян күреүселәр түләүҙәргә өмөт итә алмай”, - ти Киров районының граждандарҙы яҡлау идаралығы етәксеһе Наил Абдуллин.
Кооперативта ташҡынға ҡаршы штаб урынлаштырылған. Әгәр ҙә һыу йорттарға барып етһә, тейешле номерға шылтырата алаһығыҙ.
Наил Абдуллин,Киров районының граждандарҙы яҡлау идаралығы етәксеһе
Яҙғы ташҡынға әҙерлек буйынса рейдтар киләһе аҙнала ла дауам итә.