Радий Хәбиров 1964 йылда Ишембай районы Һайран ауылында тыуған. Республика етәксеһен тыуған көнө менән социаль селтәрҙә ҡатыны Каринэ Хәбирова ҡотланы. "Һәр ваҡыттағыса бәхетле, ғәҙел һәм намыҫлы булып ҡалыуыңды теләйем" тип яҙған.
Радий Хәбировҡа Башҡортостандың беренсе президенты Мортаза Рәхимовтың ҡотлау һүҙҙәре еткерелде. "Был йәштә республика менән һөҙөмтәле идара итеү өсөн бөтә сифаттар тупланған. Башҡортостан халҡының проблемаларын хәл итеү өсөн көс һалыуығыҙҙы күреүгә шатмын", тигән һүҙҙәр бар Мортаза Рәхимовтың ҡотлауында. Радий Хәбиров 2018 йылдың 11 октябрендә Башҡортостан башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы итеп тәғәйенләнде.