+24 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
21 Марта 2019, 06:18

Рәсәйҙә һәр унынсы кеше хроник бөйөр сире менән яфалана

Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәренә ярашлы, бөйөр сирҙәре планета халҡының 10 процентында күҙәтелә.

Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәренә ярашлы, бөйөр сирҙәре планета халҡының 10 процентында күҙәтелә. Был һан йылдан йыл арта, ти белгестәр. Кешелектең иғтибарын ошо мәсьәләгә йәлеп итеү маҡсатында 2006 йылдан Халыҡ-ара бөйөр көнө уҙғарыла. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһында үткән түңәрәк өҫтәлдә сирлеләр менән табиптар фекер алышты.
Дауахана койкаһы һәм яһалма бөйөр аппараты менән даими бәйләнеш. Көн аша 4-5 сәғәтлек ауыр процедура. Татьяна Шукаева диализ үҙәгенең даими пациенты. Ул бында ун йылға яҡын дауалана. Ҡатын Дәүләкән ҡалаһынан, көн аша Өфөгә йөрөргә тура килә.
Диализ залында әле 3 пациент. Уларҙың һәр береһе хроник бөйөр сире менән яфалана. Аҙнаһына 3 тапҡыр 4-әр сәғәт пациенттарҙың сәләмәтлеге "яһалма бөйөр" аппаратына бәйле. Ҡайһы бер сирлеләр гемодиализ процедураһын тиҫтәләгән йылдар буйы алырға мәжбүр.
Бөйөрҙө тәбиғи фильтр тип атайҙар. Ул сафтан сыҡһа, организм токсиндарҙан таҙара алмай. Гемодиализ ғүмерҙе һаҡлап ҡалырға булышлыҡ итә.
Юрий Кандалов, Нефро-лига төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһы президенты: “Гемодиализ- бик ауыр процедура. Унан һуң хәл алып, тағы дарыу артынан дауаханаға сығып китеү сирлеләргә еңелдән түгел. Шуға күрә хәҙер препараттар диализ үҙәктәрендә бирелә. Бының өсөн 228 миллион һум бүленгән”.
Республикала 33 диализ үҙәге эшләй. Был яҡшы күрһәткес, ти белгестәр. Миҫал өсөн, Һамар өлкәһендә сирлеләрҙе бары 8 үҙәк хеҙмәтләндерә. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһында сирлеләр һәм табиптар кәңәшмәлә көнүҙәк мәсьәләләр буйынса асыҡтан-асыҡ һөйләште. Бөтә донъяла иң киҫкен һорауҙарҙың береһе трансплантацияға бәйле.
Рифат Нуриәхмәтов, Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш баш трансплантологы: “1 ғинуарҙан алып 13 бөйөр күсереп ултырттыҡ. Барыһы ла уңышлы үтте. 2018 йылда 38 бөйөр күсереп ултыртҡан инек, әлеге мәлдә яҡшы темптар менән барабыҙ”.
Табиптар әйтеүенсә, бөйөр сирҙәренә бар йәмғиәттең иғтибарын йәлеп итеү мотлаҡ. Бөйөрҙө сәләмәтлеген һаҡлау өсөн әүҙем тормош алып барыу, сәләмәт туҡланыу, тейешле күләмдә һыу эсеү кеүек ябай ҡағиҙәләр инҡар ителмәһен, ти белгестәр.
Читайте нас