+24 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
22 Марта 2019, 12:37

Башҡортостан Тәфтиш комитеты: Өфөлә ике үҫмер 14 йәшлек ҡыҙҙы йәберләгән

Өфө мәктәптәренең береһендә уҡыусылар яҡшы баһалар һәм спорт ҡаҙаныштары менән түгел, ә оло янъял менән «дан алған». Кисә көндөҙ социаль селтәрҙә бәлиғ булмаған ҡыҙ менән малайҙың йорт ҡыйығында енси мөнәсәбәткә инеүе яҙҙырылған видео һалынған. Быны бер уҡыусы телефонға төшөргән. Балалар иҫерек булған, тип билдәләнә.

Пабликтағы мәғлүмәткә ярашлы, «видеорежиссер» яҙманы — дуҫына, ә тегеһе башҡаларға күрһәткән. Тиҙҙән был хәл бөтә мәктәпкә билдәле булған. Аҙаҡ ҡыҙ көсләү тураһында ғариза яҙған.
Өфөнөң Киров районы буйынса тәфтиш бүлеге 15 йәшлек үҫмергә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатҡан.
«19 мартта көндөҙ 14 йәшлек ҡыҙ Өфөләле күп фатирлы йорттоң ҡыйығында 15 һәм 13 йәшлек ике үҫмерҙең йәберләүенә дусар булған, — тип аңлатма бирҙеләр был хәлгә республика тәфтиш идаралығының матбуғат хеҙмәтендә. — Әле 15 йәшлек ғәйепләнеүсе һаҡ аҫтында. Тикшереү бара. Енәйәттең сәбәптәре асыҡлана. 15 йәшлек үҫмергә ҡарата хөкөм сараһын һайлау тураһында мәсьәлә хәл ителә. Тикшереү барышында 13 йәшлек үҫмерҙең ҡылығына ла юридик баһа биреү ҡаралған. Уны бәлиғ булмағандар өсөн ваҡытлыса тотоу үҙәгенә урынлаштырыу мәсьәләһе хәл ителә.
Читайте нас