Медицина учреждениеһы инсультҡа ҡаршы көрәш өлкәһендә "Йәшәргә ваҡыт" Бөтә Рәсәй конкурсында еңеү яуланы. Аяҡтан йығылыусыларҙы яңынан атларға өйрәткән Өфө белгестәре хаҡында беҙҙең сайтта.
Нина Кунич йөрөү түгел, хатта карауатынан да тора алмаған. Инсульт оло йәштәге ханымды аяҡтан йыға. Сир уның һул яғына паралич һуға.
Нина Кунич, медицина реабилитацияһы бүлеге пациенты: “Давление повышенное. Вся левая сторона отказала. Даже ребра”.
Реабилитация курсын ул икенсе тапҡыр үтә. Тәүгеһендә еңеллек тойһа ла, файҙаһы яңы саҡ һиҙелде ти ул. Ханым яйлап аяҡҡа ла баҫа башланы. 21-се ҡала дауахаһының реабилитация бүлегендә пациенттар, ғөмүмән атларға ғына түгел, һөйләшергә лә яңынан өйрәнә. Телмәрҙәге тотҡарлыҡтар ҙа шулай уҡ инсульт эҙемтәләренең береһе. Пациенттар менән бергә уларҙың яҡындары ла психотерапия үтә.
Пациентты һауыҡтырыуҙан тотош мультидисциплинар бригада ҡатнаша. Ул дауалау физкультураһы инструкторҙары, логопед һәм психологтарҙы берләштерә.
Бынан тыш, 21-се дауахана милли технология менән дә эш итә. Балаҫ һуғыу станогы ҡул моторикаһы үҫешенә ыңғай йоғонто яһап ҡына ҡалмай, түҙемлек, яҡшы хәтер, фекерләү ҡеүәһен дә үҫтерә. Һәм һуңғыһы. Йәшәү мәғәнәһен юғалтҡандарҙа өмөт уятыу. Реабилитация бүлеге белгестәренең төп маҡсаты ла ошо.