Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәтенең республика идаралығынан белдереүҙәренсә, вакцинация Сәғүд Ғәрәбстанына барғанға тиклем, кәмендә ун көн алдан эшләнә.
Менингиттан прививка мотлаҡ була, шулай уҡ миҙгелле гриптан һаҡланырға кәңәш ителә. Быйыл Рәсәйҙең мосолмандар күпләп йәшәгән төбәктәренән Мәккәге 20 мең ярым кеше барыуы көтөлә. Сәфәр июль урталарына планлаштырылған.