-4 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Март 2019, 12:52

Радий Хәбиров юлдағы барлыҡ етешһеҙлектәрҙе тиҙерәк бөтөрөү бурысы ҡуйҙы

Юл-патруль инспекцияһы юлдарҙы төҙөкләндереүгә лә туранан-тура тәьҫир итә ала. Тап уларҙың күрһәтмәһе буйынса юлдағы соҡорҙар тураһында мәғлүмәт алына һәм мотлаҡ ремонгтланырға тейеш. Тимәк, күрһәтмәләр яҙылмай? Әллә яҙылһа ла үтәлмәй? Юҡһа бит соҡорҙарҙы асыҡлауҙа йәмәғәтселектән ярҙам һорамаҫтар ине. Әле һорайҙар... махсус мобиль ҡушымта аша. Дауамы беҙҙең сайтта.

Юл-патруль инспекцияһы юлдарҙы төҙөкләндереүгә лә туранан-тура тәьҫир итә ала. Тап уларҙың күрһәтмәһе буйынса юлдағы соҡорҙар тураһында мәғлүмәт алына һәм мотлаҡ ремонгтланырға тейеш. Тимәк, күрһәтмәләр яҙылмай? Әллә яҙылһа ла үтәлмәй? Юҡһа бит соҡорҙарҙы асыҡлауҙа йәмәғәтселектән ярҙам һорамаҫтар ине. Әле һорайҙар... махсус мобиль ҡушымта аша. Дауамы беҙҙең сайтта.
Өфө-аэропорт юлындағы ғәҙәти булмаған был күренеште күптәр яҡшы хәтерләйҙер. 2015 йылда Шос һәм Брикс саммиттары алдынан яңы ғына һалынған асфальт ирене. Ҡояштың саманан тыш ҡыҙҙырыуынан юл ҡатламы хатта, автомобиль тәгәрмәстәренә уралды. Дөрөҫ, ваҡытында һыу һиптереп һәм йөк транспортына сикләү индереп трассаның байтаҡ өлөшө һаҡлап алып ҡалынды. Шулай ҙа подрядсы ойошма емерелгән урынды үҙ иҫәбенә ремонтларға мәжбүр булды.
Яңы һалынған асфальт сафтан сыҡҡан осраҡта юл һалыусы гарантия буйынса бар эштәрҙе лә ҡайтанан башҡарырға бурыслы. Шуға ла хәҙер подрядсы ойошмалар һан артынан ҡыуыуҙың бер ниндәй мәғәнәһен дә күрмәй. Бер яҡтан уйлаған да был бик дөрөҫ, әммә бөгөн республиканың ҡатмарлы тәбиғәт шарттарына яуап биргән битум массаһын ҡайҙан алырға тигән һорау тыуа. Ә яуапты ситтән эҙләргә кәрәкмәй. Ваҡытында Өфө нефть химияһын эшкәртеү институты ғалимдары урындағы ҡара алтындан юғары сифатлы битум етештереүгә өлгәшкән.
Ул ваҡытта ҡабул ителгән бындай ҡарарға Өфө ғалимдары бөгөн дә баш вата. Дәүләт стандарттарына яуап бирмәй икән, асфальтың шул килеш һаҡланып ҡалыуын нисек аңлатырға мөмкин.
Республика етәксеһе тапалған ысул буйынса асфальт һалыу, бер тырмаға ҡат-ҡат баҫыу тигән фекерҙә. Әлеге ваҡытта Өфө урамдарындағы соҡорҙарҙы ямау өсөн һыуыҡ асфальт технологияһы ҡулланыла. Уның сифаты тураһында һүҙ йөрөтөргә иртәрәк, шулай ҙа Радий Хәбиров юлдағы барлыҡ етешһеҙлектәрҙе тиҙерәк бөтөрөү бурысы ҡуйҙы.
Юлдағы соҡорҙарға ҡаршы көрәштә мобиль ҡушымта ла ярҙамға килергә тейеш. Республика етәксеһе был эшкә октябрҙә үк тотонорға тигәйне. Әммә белгестәр тарафынан уйлап сығарылған ҡоролманы Радий Хәбиров үҙһенмәне. Етешһеҙлектәре күп һәм бик ҡатмарлы тигән фекерҙә ул. Шуға ла ул интерфесты урын еренә еткереп 1 апрелгә тиклем ғәмәлгә индерергә ҡушты.
Чиновниктар мобиль ҡушымтаны төҙәткән арала Радий Хәбиров соҡорҙарға бәйле ялыуҙар менән шәхсән үҙенә мөрәжәғәт итергә саҡырҙы. Юлдағы проблемалы урындарҙы республика етәксеһенең социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһендә ҡалдырыға мөмкин. Ҡаланың төп урамдары менән бер рәттән, ихата алдарындағы юлдар ҙа иғтибар үҙәгендә. Бында инде Радий Хәбиров башланғысы менән ойошторолған "Башҡортостан ихаталары" программаһы ярҙамға килер тип көтөлә.
Читайте нас: