Ярыш Башҡортостандың 100 йыллығы һәм республиканың халыҡ яҙыусыһы Әхиәр Хәкимовтың иҫтәлегенә арналды. Дәүләкәндә милли көрәш буйынса турнир даими ойошторолоп килә.
Йыл һайын унда ҡатнашырға теләүселәр һаны арта ғына.
Быйыл да келәмгә 7 райондан 100-ҙән ашыу көрәшсе сыҡты. Көрәш тәүге минуттарҙан уҡ ҡыҙыу барҙы.
Финалда Дәүләкәндәр менән Ауырғазылар бил һынашты. Һөҙөмтәлә беренсе урын майҙан хужаларында. Өсөнсө урынды иһә Миәкә көрәшселәре яуланы.