Өфөлә «Һылыуҡай» матурлыҡ конкурсында ҡатнашыусыларға икенсе мөмкинлек бирелә. Конкурстың 27 йыллыҡ тарихында тәүгә яңы ҡатнашыусыларҙан тыш, уҙған йылдарҙа финалға сыҡҡан ҡыҙҙар ҙа (Гран-приға эйә булғандар инмәй) республика һылыуҡайы исеме өсөн көс һынаша ала. Быйыл ғына ҡатнашыусыларға икенсе тапҡыр төп таж өсөн көрәшеү мөмкинлеге бирелә, тип хәбәр итте ойоштороусылар.
Башҡорт ҡыҙҙарының «Һылыуҡай» республика конкурсына кастинг 31 мартта Өфөнөң «Azimut » отелендә уҙа. Конкурсҡа башҡорт телен белгән һәм буйы 168 сантиметрҙан кәм булмаған 18-27 йәшлек ҡыҙҙар саҡырыла.
Кастинг шарттары һәм ғаризалар ҡабул итеү – сараның рәсми төркөмөндә.
Конкурс туған телде, милли йолаларҙы, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һәм рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрҙе пропагандалауға йүнәлтелгән һәм Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуҙың 100 йыллығына арналған.
Ойоштороусылар – Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы дәүләт унитар предприятиеһы.