Өфөлә "Берҙәм Рәсәй" партияһының төбәк бүлексәһе президиумының киңәйтелгән ултырышы үтте. Унда Республика башлығына вазифаһына кандидаттарҙы һайлап алыу өсөн алдан тауыш биреү иғлан ителде. Ултырышта дүрт кандидат тәҡдим ителде.
Улар араһында Башҡортостан башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров, Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров, Күмертау ҡалаһы хакимиәте башлығы Борис Беляев һәм "Рәсәй терәге" ойошмаһы төбәк бүлексәһе етәксеһе Ләйсән Николаева. Партияның төбәк бүлексәһе секретаре Константин Толкачев һөйләй.
Башҡортостан башлығы вазифаһына кандидаттар билдәләнә
"Берҙәм Рәсәй" партияһы исеменән Республика Башлығы вазифаһына кандидаттарҙан документтар 10 апрелгә тиклем ҡабул ителә. Алдан тауыш биреү 26 майҙа үтә. Унда сәйәси фирҡәнән кандидат һайлана. Берҙәм тауыш биреү көнө 8 сентябргә тәғәйенләнгән.