0 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Март 2019, 11:23

Өфөлә ҙур проценттар вәғәҙә иткән «Социнвестсоцвклад» ҡулланыусылар кооперативынан халыҡ проценттарын ҡайтара алмай

Беҙҙең ижади төркөм Ағас эшкәртеү биҫтәһендә финанс пирамидаһы ҡармағына эләгеүселәр менән осрашты. Хәләл көс түгеп тапҡан аҡсаларын кооперативҡа һалып алданыусылар проблемаһы менән беҙҙең сайтта танышығыҙ.

Беҙҙең ижади төркөм Ағас эшкәртеү биҫтәһендә финанс пирамидаһы ҡармағына эләгеүселәр менән осрашты. Хәләл көс түгеп тапҡан аҡсаларын кооперативҡа һалып алданыусылар проблемаһы менән беҙҙең сайтта танышығыҙ.
Оло йәштәге алданыусыларҙың күпселеге производствола эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан. Йөҙ, ике, өс йөҙ мең һум күләмендә йыйған аҡсаларын ҡулланыусылар кооперативына һалырға уларҙы нимә мәжбүр иткән һуң? Әлбиттә, ҙур проценттар, сағыу һәм ышандырырлыҡ реклама. Вера Погодина фатирында кооперативҡа хәләл аҡсаһын һалып алданыусылар йыйылған. Уларҙың күбеһе финанс пирамида ҡармағына былтыр ғына эләккән.
Геннадий Ефимов, ҡулланыусылар кооперативы ағзаһы: “Мин был ойошма хаҡында листовканан белдем, ышандым, үҙем генә йәшәйем. Страхоакалары булғас, айына пенсияма 2 мең ярым аҡса өҫтәлер, тип өмөтләндем. 4 тапҡыр ғына проценттарҙы алдым”.
Рәйсә Иванова, ҡулланысылар кооперативы ағзаһы: “Ике тапҡыр фалиж һуҡты, ниндәйҙер өҫтәмә килемгә өмөтләндем”.
Лидиә Багаева, ҡулланыусылар кооперативы ағзаһы: “Миңә бик ауыр. Төнө буйы керпек тә ҡаҡманым. Өс көн буйы йоҡлай алмайым. Йөҙ мең һум аҡсамды һалғайным”.
Еңел генә халыҡтың аҡсаларын үҙ ойошмаһына һалырға ышандырыусылар алдан уйланылған схема буйынса эш иткән. Офисҡа килеүселәр менән яғымлы итеп һөйләшкән, махсус бүләктәр әҙерләп оҙатып ебәргән. Әле ойошма менән хеҙмәттәшлектән ваҡ-төйәк бүләктәр һәм имзалы ҡосаҡ-ҡосаҡ ҡағыҙҙар ғына ҡалған. Беҙҙе йылына 14 процентҡа өмөтләнеү көрсөккә килтерҙе, ти, Вера Погодина.
Вера Погодина, ҡулланыусылар кооперативы ағзаһы: “Миңә сусҡа бүләк иттеләр”.
Өфөлә генә ҡулланыусылар кооперативының 10, республикала -21 офисы эшләгән. Пайсылар исемлегендә меңдән ашыу кеше. Күптәр алдын-артын ҡарамай был финанс ойошмаһын Башҡортостанда киң билдәле банк менән бутау ихтималлығы ла булған бит.
Инвестсоцвклад финанс ойошмаһы офистарының береһе Ферин урамы 5 адресы буйынса асылған. Ләкин бөгөн был офис бикле. Ә клиенттарға һалған аҡсаларын ҡайтарыу өсөн адвокат хеҙмәте телефондары ла күрһәтелгән. Әммә был адвокаттарҙан бер ниндәй ҙә ярҙам юҡ, түләгән аҡсалар елгә оса, ти клиенттар.
Инвестсоцвклад ойошмаһы хеҙмәткәрҙәре клиенттарҙы һалған аҡсаларығыҙ аҙ ҡатлы йорттар төҙөүгә һәм микрофинанс ойошмаларына йүнәлтеләсәк, тип аңлатҡан. Бөгөн ҡулланыусылар кооперативы исеме менән эш иткән Соцвклад һәм Инвестсоцвклад ойошмалары финанс пирамидалар тип танылған. Уны төҙөүселәр енәйәт кодексына ярашлы яуапҡа тарттырыла. Өфөнөң Киров районы прокуратураһы осраҡ буйынса тикшереү үткәргән. Һөҙөмтәлә, кооператив менән идара иткән рәйес административ яуаплылыҡҡа тарттырылған. Прокуратура тарафынан ойошма эшмәкәрлеген туҡтатыу маҡсатында судҡа ғариза йүнәлтелгән.
Венер Аҙнабаев, Өфөнөң Киров районы прокурорының өлкән ярҙамсыһы: “Тикшереү түбәндәгеләрҙе асыҡланы: "Соцвклад" кооперативы граждандарҙың аҡсалары менән финанс операциялары башҡармай, инвестиция һәм башҡа эшҡыуарлыҡты тормошҡа ашырмай. Бынан тыш, ойошма граждандарҙы һаҡлыҡтарын юғары процентҡа һалыу өсөн реклама эштәрен башҡарған. Кооператив эшмәкәрлеге финанс пирамидаһы күренештәренә тартым. Инвестсоцвклад кооперативы тарафынан хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү маҡсатында был ойошманың да эшмәкәрлеген туҡтатыу буйынса судҡа ялыу ғаризаһы йүнәлтелгән. Был эш суд тарафынан ҡаралыу стадияһында”.
Валерий Шәрипов, адвокат: “Был осраҡта финанс пирамидаларын төҙөүселәргә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылмайынса прокуратура ойошманың финанс һәм баланс хәлен ябай тикшереү барышында асыҡлана, әгәр ҙә пирамида билдәләре асыҡланһа, енәйәт эшен ҡуҙғатыла. Енәйәт кодексының уғрылыҡ статьяһына ярашлы ҡаза күреүселәр булыуы мотлаҡ, ә 172/2 статьялағы үҙгәрештәр ҡанундағы аҡ таптарҙы юҡҡа сығарҙы. Әммә хоҡуҡ һаҡлау органдары был статьяны тулы ҡеүәтендә ҡулланырға ашыҡмай”.
Билдәле адвокат Валерий Шәрипов фекеренсә, бындай финанс ойошмаларын енәйәт кодексында үҙгәрештәр һөҙөмтәһендә ябай тикшереү барышында асыҡларға мөмкин, элекке кеүек ҡаза күреүселәрҙең ялыуы мотлаҡ түгел.
Хоҡуҡ һаҡлау органдары ҡанундағы үҙгәрештәрҙе практикала киң ҡулланғанда, ғәҙеллек эҙләп прокуратура юлын тапаусылар ҙа финанс мәсьәләһен тиҙерәк хәл итә алыр ине тигән фекерҙә белгестәр.
Читайте нас: