+2 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Март 2019, 18:22

Республикала бер йылда 48 йәштән өлкән биш ҡатын-ҡыҙ тәүге тапҡыр әсә булған

Башҡортостанда былтыр 48-51 йәшлек биш ҡатын-ҡыҙ тәүге тапҡыр әсәлек бәхетен татыған. Республиканың төрлө райондарынан тағы биш ҡатын-ҡыҙ шул йәштә икенсе һәм артабанғы балаһын тапҡан.

Башҡортостанда былтыр 48-51 йәшлек биш ҡатын-ҡыҙ тәүге тапҡыр әсәлек бәхетен татыған. Республиканың төрлө райондарынан тағы биш ҡатын-ҡыҙ шул йәштә икенсе һәм артабанғы балаһын тапҡан. Был турала Рәсәйҙең Социаль страховкалау фонды хәбәр итә.
Шулай уҡ фонд белгестәре иң ҙур ауырлыҡтағы сабыйҙың Өфөлә донъяға килеүен билдәләгән — 5,63 килограмм. Ә Стәрлетамаҡ малайы иң буйсаны тип танылған — 67 сантиметр.
2018 йылда «Бала табыу сертификаты» программаһы сиктәрендә Социаль страховкалау фондының төбәк бүлексәһе Башҡортостандың медицина ойошмаларына 462,3 миллион һум бүлгән. Аҡсаны ҡатын-ҡыҙҙарҙың йөклөлөк осоронда медицина хеҙмәттәре өсөн ҡатын-ҡыҙ консультациялары, сабыйҙарҙы бер йәшенә тиклем күҙәтеү хеҙмәттәре өсөн балалар поликлиникалары алған.
Читайте нас: