0 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Апрель 2019, 11:48

Дәүләкән районында сусҡасылыҡ комплексы һыуҙы бысрата

Сәйәсәттән азат экологияға килгәндә проблемалар ысынлап та юҡ түгел. Ҡайһы бер предприятиелар килем алыу яғын ғына ҡайғыртып экология мәсьәләһен иңҡар итә. Бер тамашасыбыҙ яҙ етеү менән урындағы предприятиенан һыуға ағып сыҡҡан бысраҡ шыйыҡсаны төшөрөп ебәргән.

Телевизор ҡараусы иҫбатлауынса, билдәһеҙ шыҡсанан тирә йүндәге ҡондоҙҙар ҙа үлә башлаған. Урындағы халыҡ әйтеүенсә, һыуҙы сусҡасылыҡ комплексы бысрата.
Ҡондоҙҙар мәһимерәкме, әллә сусҡалармы? Быны тейешле органдар хәл итергә тейештер. Һәр хәлдә тирә-йүнгә хилафлыҡ килтермәй генә бизнес ҡороу, малсылыҡ менән шөғөлләнеү тәжрибәһе бик күп. Ни бары мөнәсәбәттән тора. Хәйер, йүнселдәр ситтән килгән булһа был мәсьәлә артҡы планда ҡала.
Читайте нас