Көтөлгән мәрәй. Салауат Юлаев плей офф ярымфиналының өсөнсө уйынында нийаһәт, Омскийҙың "Авангард"ын еңеүгә өлгәште. Тәүге минуттарҙан уҡ ҡыҙыу башланып киткән уйында яҡташтарыбыҙ иҫәп асыуға өлгәште.
Беренсе осор тулыһынса "Салауат Юлаев" өҫтөнлгө менән үтте.
Ҡунаҡтар икенсе осорҙа яуап шайбаһын индереүгә өлгәште. Икенсе тәнәфескә командалар өскә бер иҫәбе менән китте. Өсөнсө хәл иткес осор айырыуса ҡыҙыу барҙы. "Авангард" юғалып барған мәрәйҙе кире ҡайтарырға ашыҡты.
"Салауат Юлаев" иһә йылғырлыҡты кәметмәне. Һөҙөмтәлә уйынсылар сағыу уйын күрһәтте. Иҫәп "Салауат Юлаев" файҙаһына 5-кә -1 Серияла иһә иҫәп 2-гә 1. Киләһе уйын 4 апрелдә Өфө боҙонда үтә