+2 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Апрель 2019, 11:53

10-12 апрелдә Өфөлә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының I Бөтә Рәсәй съезы үтәсәк

Республиканың 100 йыллығы уңайынан ойошторолған сара “Торатау” конгресс-холында уҙа.

Республиканың 100 йыллығы уңайынан ойошторолған сара “Торатау” конгресс-холында уҙа. Съезда Башҡортостанда һәм Рәсәй субъекттарында башҡорт телен өйрәнеү, уны һаҡлау һәм үҫтереү мәсьәләләре ҡараласаҡ. Ике көн дауам иткән сараға Саха-Яҡут, Ырымбур, Һамар, Силәбе өлкәләренән, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙ республикаларынан һәм Кавказдан ҡунаҡтар килер тип көтөлә.
Тәүге Бөтә Рәсәй уҡытыусылар съезы һөҙөмтәләре буйынса туған телдәрҙе уҡытыу буйынса республика концепцияһы ҡабул ителәсәк. Белгестәр әйтеүенсә, был документ башҡорт теленең киләсәгендә мөһим роль уйнай. Милли телдәрҙе өйрәнеүҙә яңы алымдар ҡулланыу зарур, сөнки техник мөмкинлектәр үҫеше заманында телде ҡыҙыҡлы һәм ябай итеп уҡытып була. Интернет киңлектәрендә күпләп мәғлүмәт булыуға ҡарамаҫтан, бөгөн башҡорт телен өйрәнер берҙәм интерактив сығанаҡ юҡ тип белдерҙе Айбулат Хажин.
Айбулат Хажин, Башҡортостан мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы: “Төбәктә үтәсәк уҡытыусылар ҡороноң төп маҡсаты - башҡорт телен һәм башҡа милли телдәрҙе һаҡлау һәм артабан үҫтереү. Сарала 7 дискуссия майҙаны эшләйәсәк. Фекер алышыуҙарҙа мәғариф өлкәһендә булған проблемаларҙы, борсолоуҙарҙы асыҡлап тәҡдимдәр индерәсәкбеҙ”.
Читайте нас: