Бер йыл эсендә генә 1 мең ярым кешенең йыуан эсәгендә полиптар, йәғни ҙур булмаған шештәр асыҡланған, пациенттарҙың йөҙҙән ашыуы Республика онкология диспансерына иҫәпкә ҡуйылған. Әле медицина учреждениеһында көн һайын тура эсәк шешенә дүрт операция яһала. Башҡортостан табиптарының эш тәжрибәһе менән бөгөн Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш баш онкологы Андрей Каприн да танышты.
Операция өҫтәлендәге пациентҡа 53 йәш, үҙен һау-сәләмәт тойған ҡатын ҡапыл ғына табиптар ҡулына эләгермен тип уйламай ҙа. Әммә скрининг үтеп, анализдар биргәндән һуң уға тура эсәк рагы диагнозы ҡуйыла.Ә сирҙе иртә стадияла асыҡлау тулыһынса һауығыу мөмкинлеге бирә. Лапароскопия операцияһынан һуң бер аҙнанан тулы ҡанлы тормош алып барырға мөмкин.
Дмитрий Феоктистов, колопроктология бүлеге мөдире: “Ауырыу ваҡытында асыҡланған, тимәк, операцияны еңелсә, тәнде ярмайынса ғына эшләргә мөмкин. Йәғни эндоскоп һәм инструменттар уйым яһап ҡына индерелә, операция барышы экрандар аша көйләнә һәм күҙәтелә”.
5-се тиҫтәһен ваҡлаған һәр пациент фиброколоноскопия үтергә тейеш. Был процедура тура эсәк шештәрен ваҡытында асыҡларға булышлыҡ итә. Скрининг программаһы ошо маҡсатта индерелгән дә инде. Рәсәйҙәең баш онкологы Андрей Каприн фекеренсә, яң ысыулдың шеште асыҡлау кимәлен кинәт арттырыуы бик яҡшы, тимәк, был эшмәкәрлекте тағы йәнләндереү мотлаҡ.
Андрей Каприн, Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш баш онкологы: “Төп маҡсат - яман шеш ауырыуҙарын иртә стадияла асыҡлау, онкологияға килтергән факторҙар менән көрәшеү. Был да табиптарҙың бурысы тип уйлайым. Рак менән сирләүселәр күбәйә, әммә был ғүмер оҙонлоғоноң яртыуы менән дә бәйле. Сөнки яман шеш күберәк 60 йәштән һуң күҙәтелә”.
Әле Башҡортостанда 200-гә яҡын онколог эшләй, яҡынса тағы 150 табип талап ителә. 1 апрелдән республикала онкологик ярҙам буйынса 4 үҙәк асылғған, Башҡортостанда уларҙың һаны 13-кә етергә тейеш. Был учреждениелар диагностика һәм дауалау эшен алып барасаҡ. Табиптар әйтеүенсә, бөгөн асыҡлау кимәле түбән булыуы төп проблема.
Башҡортостанда онкология сирҙәрен иртә асыҡлаған өсөн табиптарға премия түләнә башлай. Диагностика иғтибар артыуы үҙ һөҙөмтәләрен бирә лә инде. Рәйес Насретдинов әйтеүенсә, ул яман шеш хаҡында осраҡлы рәүештә, диспансер тикшереүе мәлендә белеп ҡала. Әле операция үткән, пациент үҙен яҡшы тоя.
Скриниг программалары рак ауырыуҙарын ваҡытында асыҡлауҙың һөҙөмтәле алымы. Ә иртә стадияла дауаланыу тулыһынса аяҡҡа баҫыу мөмкинлеге бирә. Табиптар әйтеүенсә, күп осраҡта химия терапияһы талап ителмәй.