+17 °С
Ясно
Антитеррор
Новости
9 Апреля 2019, 06:35

“Италия – һоҡланғыс, әммә тыуған яғым гүзәлерәк!» -

шулай тине Италияның Апиро ҡалаһында үткән Халыҡ-ара конкурста ҡатнашҡан Өфө сәнғәт академияһының башҡорт музыкаһы факультеты студенткаһы Роза Рафаэль ҡыҙы Закирова.

“Италия – һоҡланғыс, әммә тыуған яғым гүзәлерәк!» -
шулай тине Италияның Апиро ҡалаһында үткән Халыҡ-ара конкурста ҡатнашҡан Өфө сәнғәт академияһының башҡорт музыкаһы факультеты студенткаһы Роза Рафаэль ҡыҙы Закирова.
Роза бәләкәйҙән йырлай. Тәүге тапҡыр сәхнәгә сыҡҡанда уға ете йәш кенә була. Мәктәп йылдарында концерттарҙа даими ҡатнаша, ҡурайҙа уйнай. Йыр-моңға һөйөүе уны Өфө сәнғәт училищеһына алып килә. Икенсе курста уҡығанда йәш музыканттар араһында үткәрелгән инструменталь оҫталыҡ буйынса республика конкурсында ҡатнаша һәм икенсе урын яулай.
- Конкурстарҙа ҡатнашыу артабан үҫешергә этәргес бирә. Йыш ҡына шулай була, кеше үҙе өсөн генә йырлай йәиһә бейей, ә ниндәйҙер конкурста ҡатнаша ҡалһа, һәләтен үҫтереү өсөн мөмкинлектәр булыуын аңлай, - ти минең әңгәмәсем.
Ҡыҙ үҙенең тормошон музыканан башҡа күҙ алдына килтерә алмай. Сәнғәт училищеһында уҡығанда беренсе курстан уҡ думбырала уйнарға өйрәнә.
- Үткән йыл йәй миңә сит илгә гастролгә барыу бәхете тейҙе, - ти студентка. – Ғ. Әлмөхәмәтов исемендәге гимназия-интернатының “Аҡйондоҙ” бейеү ансамбле етәксеһе А.А. Нурмөхәмәтов оркестр составында фестивалгә барырға саҡырғас ҡыуанысымдың сиге булманы. Оркестр ҡурай, думбыра, баян, барабан һәм бас-гитара музыканттарынан төҙөлдө. Әйтергә кәрәк, итальян ерендә башҡорт көйҙәренең яңғырашы бөтөнләй башҡаса. Бразилия, Босния, Перу һәм башҡа илдәрҙән килгән ҡатнашыусылар менән концерттар ҡуйҙыҡ.
Өс аҙна дауамында беҙҙең оркестр итальяндарҙы башҡорт мәҙәниәте һәм сәнғәте менән таныштырҙы. Беҙҙең милли костюмдарыбыҙ уларҙа айырыуса ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Башҡорт бауырһағы, бал, белен, рус матрешкалары барыһына ла оҡшаны. Итальяндар беҙҙе йылы ҡабул итте, үҙҙәренең тормош-көнкүреше менән таныштырҙы.
Бөгөн күптәр сит илдә йәшәүгә өҫтөнлөк бирә. Мөмкинлек булғанда сәйәхәт итергә, донъя күрергә кәрәк. Әммә минең өсөн тыуған яҡтан да ҡәҙерлерәк ер юҡ. Шуға мин барыһына ла:
-Италия - һоҡланғыс, әммә тыуған еребеҙ гүзәлерәк! - тимен.
Читайте нас