Тәфтишселәр фекеренсә, ғаилә башлығының һаҡһыҙлығы арҡаһында ике һәм дүрт йәшлек балалар янып үлә. Йорт хужаһы белгестәр иҫкәртеүенә яуапһыҙ ҡарап, йорттағы иҫке электр сымдарын алмаштырмай. Ғәйепләнеүсе ир шартлы рәүештә бер йылға иркенән мәхрүм ителде.
Был суд залында ниндәй генә енәйәт эштәре ҡаралмаған, әммә бөгөн үткән ултырышта прокуратура хеҙмәткәре лә, судья ла мөмкин тиклем ғәҙел булырға тырышты. Ғәйеплеләр эскәмйәһендә ике балаһын юғалтҡан атай. Үлемесле фажиғә эҙемтәләре - уның яуаплығында. Ваҡытында алмаштырылмаған ябай электр сымынан янғын сыға. Ҡурҡыныс ут бер кемде лә йәлләп тормай - ике сабый яҡты донъянан китә.
Антон Антонов, Туймазы район-ара прокурорының өлкән ярҙамсыһы: “Тикшереү материалдарына таянып беҙ ғәйепләнеүсе бер йылға иркенән мәхрүм ителергә тейеш тигән тәҡдим белдерҙек. 43-сө статьяға ярашлы, һаҡһыҙлығы арҡаһында ике һәм унан да күп кешенең ғүмере өҙөлгән осраҡта язаға тарттырылыусы колонияға юлланырға тейеш”.
Әммә дәүләт ғәйепләүсеһе был енәйәт эше ябай осраҡ түгел тип билдәләй. Ғаилә башлығы ауыр ҡайғыһын күтәрә алмай сирләй башлай. Ҡатыны тиҙҙән тағы әсә булырға тора. Иҫке Ҡандрала йәшәүселәр, йорт хужаһы төҙөлөштә эшләй, ихлас һәм ярҙамсыл кеше тип уртаҡлаша. Ғәйепләнеүсене шартлы рәүештә бер йылға иркенән мәхрүм ителәр.
Рузил Варин, адвокат: “Беҙ суд ҡарары менән ризабыҙ. Балалар үлеме менән бәйле енәйәт эшендә ҡатнашыу эмоциональ яҡтан барыбыҙ өсөн дә ауыр булды”.
Судта йорт хужаһы тулыһынса ғәйебен таныны, атай кеше бик үкенәм тип белдерҙе. Әммә нисек кенә булмаһын, кескәйҙәрҙе кире ҡайтарып булмай. Бындай фажиғәләрҙе иҫкәртеү маҡсатында республика ауыл-ҡалаларында профилактика алып барыла.
Кирилл Первов, Башҡортостандың ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары: “Иҫкәртеү саралары тәү сиратта балалар үлеме осраҡтарын кәметеүгә йүнәлтелә. Республика етәксеһе указына ярашлы граждандарға бушлай иҫкәртеү ҡоролмаларын таратабыҙ. Был программа сиктәрендә 50 меңдән ашыу ҡоролма ҡуйҙыҡ, һөҙөмтәлә янғындан 30 өлкән һәм 50 бала һаҡланып ҡала алды”.
Иҫке Ҡандра ауылындағы торлаҡ йортта сыҡҡан янғын уҙған йылдың 25 декабрендә теркәлә. Янып үлгән сабыйҙарҙың 31 йәшлек әсәһе электр иҫәпләү ҡоролмаһындағы ҡыҫҡа ялғаныш булыуын күреп, күршеләрен ярҙамға саҡырырға юллана. Әммә улар менән бергә әйләнеп ҡайтыуға, йорт эсен ялҡын ялмап өлгөрә. Балаларҙың кәүҙәләре янғынды һүндергәндә табыла. Үкенескә, бындай ҡот осҡос хәлдәр даими ҡабатланған күренеш. Аҙаҡҡы дүрт ай эсендә төбәктә ут арҡаһында биш баланың ғүмере өҙөлә.