-4 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Апрель 2019, 12:36

3 июндә Башҡортостанда аналог тапшырыу туҡтатыла

Быға бәйле, Рәсәй телевидение һәм радио тапшырыуҙары селтәре һәм спутник оператор белгестәре Өфө ирекмәндәре өсөн махсус уҡыуҙар ойошторҙо. Уның сиктәрендә йәштәр телевизорға дөрөҫ приставка һайларға, антенна менән ҡулланырға өйрәнә.

Ғөмүмән, консультациялар һанлы телевидение мөмкинлектәренә арналған. Волонтерҙарға был белем артабан граждандар мөрәжәғәттәре буйынса эшләгәндә кәрәк буласаҡ. 8 800 347 00 55 һандарын йыйып һәр кем үҙен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап таба ала.
Айтуған Йәнбирҙин, ирекмән: “Волонтерлыҡ менән ярты йыл шөғөлләнәм. Был эш миңә бик оҡшай. Бөгөн уҡыу барышында приставкалар менән дөрөҫ ҡулланырға өйрәндек. Баш ҡалала халҡына ғаризалар буйынса бушлай ярҙам итәсәкбеҙ”.
Читайте нас: