+25 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
15 Апреля 2019, 07:39

Башҡортостан эҙәрмәндәре «Хәтер вахтаһы-2019» Бөтә Рәсәй акцияһында ҡатнаша

Бөйөк Ватан һуғышы тамамланыуға күп йылдар үтһә лә, ирекмәндәр әлегәсә еңеү яҙын яҡынайтҡан шәхестәр тураһында мәғлүмәттәрҙе туплауҙы дауам итә. Дәүләкән ҡалаһының 3-сө гимназияһында уҙғарылған патриотик сарала малай-ҡыҙҙар өсөн тарихи викторина, оҫталыҡ дәрестәре, тәжрибәле эҙәрмәндәр менән осрашыу ойошторолдо.

Ҡунаҡтарҙың тап Дәүләкәндә йыйылыуы осраҡлы түгел. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында бында ВАУР тип исемләнгән хәрби училище асыла. Бында төрлө ҡалалаларҙан эвакуцияланған ҡатын-ҡыҙҙар белем ала.
Владимир Волков, Рәсәй эҙәрмәндәр хәрәкәтенең төбәк бүлексәһе етәксеһе: “Бөгөн төбәк эҙәрмәндәре ҡоро үтте. Бында Мәләүез, Өфө, Дәүләкән вәкилдәре йыйылды. Башҡортостанда быйыл 15-ләп эҙләү экспедицияһы ойошторолор тип күҙаллана. Акция сиктәрендә Ҡырымға , Карелия, Кавказға, Эльбрус тауҙарына тиклем барып етергә ниәтләнәбеҙ”.
Читайте нас