0 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Апрель 2019, 12:31

Ярамаған урындарҙа автомобилдәрен парковкалаусыларға штрафтар артты

Радий Хәбиров ярамаған урындарҙа автомобилдәрен ҡалдырып китергә яратыусыларға штрафтарҙы арттырыу ҡануниәтен кисекмәҫтән ҡабул итергә ҡушҡайны. Шуға күрә уны ҡарау сираттан тыш ултырышҡа сығарылды. Халыҡ һайланыусылары икенсе һәм өсөнсө уҡыуҙы үткәреп ҡабул итеп тә ҡуйҙы.

Радий Хәбиров ярамаған урындарҙа автомобилдәрен ҡалдырып китергә яратыусыларға штрафтарҙы арттырыу ҡануниәтен кисекмәҫтән ҡабул итергә ҡушҡайны. Шуға күрә уны ҡарау сираттан тыш ултырышҡа сығарылды. Халыҡ һайланыусылары икенсе һәм өсөнсө уҡыуҙы үткәреп ҡабул итеп тә ҡуйҙы.
Һәм шул мәлдән үк газон, түтәлдәргә менеп автомобилен ҡалдырыусы водителдәргә көн дә бөттө. Һәр бер тәртип боҙоусының тәҙрәһенә штраф ҡағыҙы йәбештереп тә киттеләр. Тәүге көндә үк 576 хоҡуҡ боҙоусы асыҡланды. Барыһын да тотасаҡбыҙ һәм штраф һаласаҡбыҙ, үпкәләмәһендәр. Шул уҡ ваҡытта ҡалаларға парковка урындарын арттырыу бурысы ҡуйылды, тип яҙа үҙ сәхифәһендә Радий Хәбиров.
Был автоһәүәҫкәрҙе газон да, ағас үҫентеләре лә туҡтатмаған. Йортта йәшәүселәр хәстәрләп үҫтергән шыршылар тәгәрмәс аҫтында ҡалды. Ҡыҙғанысҡа, бындай осраҡтар һирәк түгел. Тап шуның өсөн дә закон сығарыусылар автоһәүәҫкәрҙәрҙе мәҙәниәткә өйрәтергә ниәтләгән. Штраф ярҙамында. Газонда, балалар һәм спорт майҙансыҡтарында машина ҡуйған өсөн хәҙер аҡсалата яуап бирергә тура киләсәк. Физик шәхестәргә 1 меңдән - 2, вазифа биләгән шәхестәргә 5 меңдән 10 меңгә тиклем штраф ҡаралған. Ә юридик шәхестәр был осраҡта 30 мең һумға тиклем штраф түләргә тейеш.
Булат Йомаҙилов, Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты: “Газондарға ҡуйырға рөхсәт ителергә тейеш түгел. Юлдар бысрана, туҙан була, беҙ шуны тын алабыҙ. Сәләмәтлеккә кире йоғонто яһай”.
Парковка тураһындағы законды боҙоусы 576 водителгә штраф һалынған. Һәм был газондарҙа парковка өсөн штраф тураһындағы закон ғәмәлгә ингән көндә үк. Был турала Радий Хәбиров үҙенең социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итте.
Төбәк етәксеһе уҡыусыларҙы закон боҙоу осраҡтарын теркәп барырға, ә видеояҙмаларҙы уның аккаунттарына һәм урындағы хакимиәт башлыҡтарына ебәрергә саҡырҙы.
Ошондай күренешкә юлыҡһағыҙ, кеҫә телефонына төшөрөү ҙә етә. Машинаның маркаһы һәм дәүләт номеры асыҡ күренергә тейеш. Фоторәсемде административ комиссияға ебәрергә кәрәк. Водитель менән артабан улар шөғөлләнергә тейеш.
Йәшелләндерелгән биләмә тип үлән, сәскә, ағас-ҡыуаҡлыҡтар үҫкән һәм ҡаты япмалы юл менән киҫешкән урын һанала тип аңлата белгестәр. Баш ҡаланың Октябрь районында үткән профилактик рейд барышында төҙөкләндереү буйынса инспекторҙар бер нисә закон боҙоу осрағын теркәй.
Күп автоһәүәҫкәрҙәр ҡала урамдарында тәртип кәрәк икәнен аңлай. Әммә ҡайһы берҙә машинаны ҡуйырға урын юҡ тип зарлана.
Хәлим Әйүпов, автоэксперт: “Водителдәр өсөн дә ыңғай хәл булыр. парковка өсөн урындар күберәк эшләнер”.
Машинаны газондарға ҡуйыу ихтыяжы ла бөтөр тип хыяллана водителдәр. Әле улар алдында яңы мәсьәлә. Административ комиссия менән осрашыу өсөн аҙнаһына бер генә көн бүленгән. Әңгәмәгә алдан яҙылыу мөмкинлеге юҡ, эштәрҙе асыҡлау тере сират буйынса.
Йорт алдындағы бәләкәй үҫентеләрҙе тапаған автоһәүәҫкәр хатаһын таныған. Ғәфү үтенеп иртәгәһенә үк яңы шыршы үҫентеләре килтергән.
Читайте нас: