+11 °С
Облачно
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Новости
19 Апреля 2019, 06:16

Өфөлә һуңғы 73 йылда температура минимумы теркәлде

Өфө-Дим метеостанцияһында 18 апрелдә төндә һауа температураһының абсолют минимумы теркәлде.

Өфө-Дим метеостанцияһында 18 апрелдә төндә һауа температураһының абсолют минимумы теркәлде. Термометр бағанаһы -9,9 градусҡа тиклем түбәнәйҙе.
Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәре буйынса, быға тиклем -9,5 градуслыҡ иң түбән температура 1946 йылда күҙәтелгән.
Өфө-Аэропорт метеостанцияһында уҙған төндә һауа температураһы -10,2 градус тәшкил итте, Өфө-Гидрометүҙәк метеопосында (Р.Зорге урамы, 25/2) – минус 6 градусҡа тиклем.
Башҡортостан буйынса һауа температураһы -6,-13, Ямаш метеостанцияһында (Балаҡатай районы) -14,5 градусҡаса түбәнәйҙе.
Читайте нас