+2 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Апрель 2019, 13:06

Өфөлә күп йылдар эшләгән намыҫһыҙ автосалон эшмәкәрлеге туҡтатылды

Браво, мәктәп урамындағы автосалон, кама автоторг, текна һәм башҡа бик күп атамалар. Ә бына уларға автомобиль һатып алырға килеп төп башына ултырған халыҡ тағы ла күберәк.

Браво, мәктәп урамындағы автосалон, кама автоторг, текна һәм башҡа бик күп атамалар. Ә бына уларға автомобиль һатып алырға килеп төп башына ултырған халыҡ тағы ла күберәк. Республикала байтаҡ йылдар, йомшаҡ итеп әйткәндә, намыҫһыҙ автосалон эшләне. Төрлө ылыҡтырыу ысулдарын ҡулланып улар төпкөлдәрҙән килиенттар йәлеп итте.
Буштан килгәнде яратҡан халыҡ рәхәтләнеп алданды. Һуңынан ғауға ҡуптаралар, әммә көслө юристарға ҡаршы бер нимә лә эшләй алманылар. Ә улары салондың атамаһын, урынын алмаштыра ла тағы дауам итә хәйләкәр йүнселлеген. Һуңғы адрес Новосибирская урамындағы 2-се йорт ине. Һәм был адресҡа көтөлмәгән клиенттар килде.
Өр яңы, сит ил маркалы, әммә йөрөргә генә ярамай. Йөрөр ине лә, юл инспекцияһында теркәп булмай. Сөнки двигателдең номерҙары техник паспорттағыһы менән тап килмәй. Ә хаҡы - ат хаҡы. Автоһәүәҫкәр 350 мең һумға транспорт һатып алам тип, бер миллион һумға бурыслы ҡалған.
Һәм ошо хәлгә ҡалғандар меңдәрсә. Иҫәпкә ҡуйып булһа ла, икеләтә юғары хаҡ менән автомобиль һатып алғандар. Ә алданыусыларҙың барыһы ла, киреһенсә, арзан хаҡҡа машина алам тип өмөтләнеп барған.
Ә баш тартһаң, алдан ҡултамғаңды ҡуйған килешеү буйынса, автомобиль хаҡының утыҙ процентын ҡалдырырға тейеш булаһың. Намыҫһыҙ автосалондар эшмәкәрлеге тап ошо йүнәлешкә ҡоролған да инде. Улар кешенең башын бутап, ышанысын яулап төп башына ултырта. Ә хоҡуҡи яҡтан уларға бәйләнерлек түгел. Беҙҙең ижади төркөм дә күп тапҡырҙар юристар менән бергә бындай автосалондар ишеген шаҡыны. Ләкин һөҙөмтәһеҙ.
Бүләккә тәгәрмәс, такси беҙҙең иҫәпкә, каско юҡ, проценттар түбән. Халыҡты ҡармаҡҡа эләктергән билдәле ем. Хәйер, халыҡ емһеҙ ҡармаҡты ла ҡабырға әҙер. Мутлашыу тураһында телевизор, радиоларҙан көн дә һөйләп тороуға ҡарамаҫтан, бушлай сыр артынан килеп бер үк тырмаға баҫыусылар артты ғына.
Алданыусылар самаман тыш артып йөҙәтә башлаһа, клиенттар килмәй башлаһа ситтән килгән "йүнселдәр" салондың исемен һәм адресын алмаштырып билдәле схема буйынса халыҡты төп башына ултыртыуын дауам итте. Хоҡуҡ һаҡсылары ла уларға ҡағыла алманымы, әллә теләмәнеме. Һәм бына ул көн етте. Һатып алыусылар урынына салонға ОМОН килде. Полиция айырыуса ҙур күләмдә мутлашыу өсөн енәйәт эше ҡуҙғатты.
Хәйер, автосалон хужаларын ҡулға алыу менән кредит упҡынына батҡан кешеләр тормошо еңеләйеп китмәйәсәк. Бурысты бит банкҡа ҡайтарырға кәрәк. Шулай ҙа полиция мутлашыусыларҙан зыян күреүселәргә 279 38 85 телефонына шылтыратыуҙарын һорай. Шаһиттар рәүешендә, күрәһең. "йүнселдәрҙе" йәмғиәттән йыраҡҡараҡ олаҡтырыу өсөн.
Читайте нас: