+24 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
23 Апреля 2019, 12:12

Диспансерлаштырыу үтеүселәр бер көн түләүле ялға хоҡуҡлы

Өфөлә сәләмәтлекте ҡаратыу мәсьәләләре буйынса түңәрәк өҫтәл ойошторолдо. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Римма Үтәшева һөйләй.

Өфөлә сәләмәтлекте ҡаратыу мәсьәләләре буйынса түңәрәк өҫтәл ойошторолдо. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Римма Үтәшева һөйләй.
Римма Үтәшева, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты :
- Диспансеризацияла ауыр сирҙәр – яман шеш, йөрәк, эндокрин сирҙәр асыҡлана. Сирҙәр 40 йәштән башлана, сөнки был йәштәгеләр үҙҙәрен ҡарамай, айырыуса ир-егеттәр.
Үткән йылда диспансерлаштырыуға 1 млрд һум аҡса бүленде, ти Республика парламенты рәйесе урынбаҫары Эльвира Айытҡолова.
Диспансеризацияға барып, уның сифаты һеҙҙе ҡәнәғәтләндермәһә, страховкалау компанияларының ҡыҙыу бәйләнеш телефондары эшләй. Әлбиттә, тикшерелергә кәрәк. Диспансеризацияның эсенә ниндәй анализдар, ниндәй тикшеренеүҙәр инеүе тураһында белеү мөһим.
Эльвира Айытҡолова, Республика парламенты рәйесе урынбаҫары
Диспансерлаштырыу йыл һайын уҙғарылып килә. Йәше өскә теүәл бүленгәндәр сәләмәтлеген тикшертә ала. Мәҫәлән, быйыл 30, 45, 54, 60 һәм башҡа йәштәгеләр өсөн диспансерлаштырыу ҡаралған.
Читайте нас