“Балалы ғаиләләргә өҫтәмә дәүләт ярҙамы” тураһындағы федераль законға ингән үҙгәрештәр буйынса, Рәсәй Банкы контролендәге займ биреүсе ойошмалар исемлегенә инмәгән учреждениеларға “әсәлек капитал”ын күсереүҙә сикләүҙәр бар хәҙер. Ҡыҫҡаһы, ундайҙарға мөрәжәғәт итеп дәүләт ярҙамын файҙаланып булмаясаҡ.