+7 °С
Ясно
Антитеррор
Новости
25 Апреля 2019, 06:12

Өфөлә ир үҙ фатирын, валюта биржаһында уйнау өсөн 7 миллион ярым һумға һатҡан

Әммә уңышһыҙ. Суд ҡарары нигеҙендә ул фатирынан сығарыласаҡ. Бынан тыш, беренсе төркөм инвалиды инвесторға ла бер-нисә миллион һум аҡса бурыслы. Еңел аҡсаға өмөтләнеп, алданыусы үҙен биржала һатыу буйынса хеҙмәт тәҡдим иткән компания ҡорбаны тип иҫәпләй.

Әммә уңышһыҙ. Суд ҡарары нигеҙендә ул фатирынан сығарыласаҡ. Бынан тыш, беренсе төркөм инвалиды инвесторға ла бер-нисә миллион һум аҡса бурыслы. Еңел аҡсаға өмөтләнеп, алданыусы үҙен биржала һатыу буйынса хеҙмәт тәҡдим иткән компания ҡорбаны тип иҫәпләй.
Ғәҙеллек эҙләү барышында ул үҙе һымаҡ ошондай фирмаға аҡса һалып бөлгөнлөккә төшөүсе кешеләрҙе лә тапҡан. Әлеге ваҡытта алдаҡ юл менән аҡса йыйған компания ябыҡ, әммә хеҙмәткәрҙәре башҡа офистарҙа ошондай уҡ эшмәкәрлек алып бара.
Был ойошманың офистары ҡаланың эшлекле үҙәгендә урынлашҡан. Таблицалар, графиктар һәм һандар менән сыбарланған офис ябай кешелә ышаныс тыуҙыра. Әммә бөгөн уларҙың хәле улар ҡорғанса шәптән түгел, тупһала ризаһыҙлыҡ белдереүселәр
Ыҫпай кейенгән иргә ышанып, Николай Малафей ике миллион һум аҡсаһын юғалтҡан. Пенсионер белдереүенсә, Орхан Алиев уны биржала сауҙа итеү өсөн аҡсаларын һалырға өгөтләгән.
Беренсе төркөм инвалидын мутлашыусылар телефон аша шылтыратып, 100 доллар аҡса оттоғоҙ, беҙҙең офисҡа килеп алығыҙ тип саҡыра. Мөслим Байназаров саҡырыуҙы ҡабул итеп офисҡа бара, әммә ярты йылдан һуң бурысҡа алған дүрт миллион ярым аҡсаһынан да, биш бүлмәле фатирыннан да ҡолаҡ ҡаға. Биржаға инеп уйнау уны бөлгөнлөккә төшөрә.
Офиста уға аҡсаларҙы виртуаль биржала ғына ҡулланып була тип аңлаталар. Нисек дөрөҫ сауҙа итеү өсөн бушлай дәрес тәҡдим итәләр. Татлы телле хеҙмәткәрҙәр уны старт депозиты өсөн ете миллион ярым һумға фатирын һатырға, бурысҡа 4 миллион ярым һум инвесторҙан аҡса алырға өгөтләй. Йәнәһе был аҡсалар биржала әйләнәсәк.
Мөслим Байназаров: “Аҡсалар ҡулға инмәне. Уларҙы Алиев Орхан минең картанан икенсе картаға күсереп һатыуға тотондо. Минең хәҙер барыр ерем юҡ, был фатир минең берҙән-бер торлағым ине. Ҡыҙым, ҡустым һәм мин йәшәр урынһыҙ ҡалдыҡ”.
Мөслим кеүек алданыусылар йөҙәрләгән кеше. Уларҙың бөтәһен дә биржала уйнарға тиҙ арала байып китеү теләге ылыҡтырған. Күптәр уңышҡа ышана, әммә яҡындарына күсемһеҙ милектәрен һатыуҙарын һәм кредит алыуҙарын йәшерә.
Күп хеҙмәткәрҙәр эҙ йәшереп икенсе компанияларҙа эшләй, әммә шундай уҡ юл менән брокерҙар йәлеп итә. Ышаныс тыуҙырмаған бындай ойошмалар менән бәйләнерҙән алда, интернеттағы фекерҙәрҙән тыш, Үҙәк банк һәм һалым хеҙмәте сайттарында ла улар хаҡында мәғлүмәт белешергә кәрәк, ти, эксперттар.
Валерий Шәрипов, Башҡортостан буйынса финанс омбудсмены: “Был ойошманың исеме менән биржала, һалым инспекцияһында бөтә рәсми докуметтары булыу-булмауын өйрәнегеҙ. Әгәр ҙә улар электрон теркәү үткән булһа, уның ниндәй рестрҙа икәнен асыҡлағыҙ”.
Юғиһә, бындай компаниялар хеҙмәткәрҙәрен яуаплылыҡҡа тарттырыу ҡатмарлы. Сөнки халыҡ аҡсаларын үҙ ҡулдары менән брокерҙарға тапшырған һәм килешеүҙәргә лә үҙҙәре ҡултамға ҡуйған. Әлегә биржа уйындарында уңышһыҙлыҡҡа тарыған граждандар үҙҙәре кеүек алданыусыларҙы эҙләй һәм хоҡуҡ һаҡлау органдарына коллектив мөрөжәғәт итер өсөн ҡултамғалар йыя.
Читайте нас