+28 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
26 Апреля 2019, 06:47

«Дәүләкән яҙы» фотоконкурсы

Хөрмәтле гәзит уҡыусылар! «Асылыкүл»- «Балҡантау» район гәзите редакцияһы мәктәп уҡыусылары өсөн фотоконкурс үткәрә.

Хөрмәтле гәзит уҡыусылар! «Асылыкүл»- «Балҡантау» район гәзите редакцияһы мәктәп уҡыусылары өсөн фотоконкурс үткәрә.
31 майға тиклем район гәзите редакцияһы мәктәп уҡыусылары араһында Дәүләкән районының матур тәбиғәте төшөрөлгән иң матур фотоға конкурс иғлан итә. Иң күп тауыш йыйған фото авторҙары диплом һәм приздар менән бүләкләнә.
Был конкурста кемдең еңеүсе булыуы һеҙҙән тора!
Тауыш биреү өсөн «Архив опросов» (уң яҡта) сайтына инергә һәм кемдең фотоһы оҡшай, шуның өсөн тауыш бирергә кәрәк.
Фотолар район гәзите «Контактта» бәйләнештәр селтәрендә «Дәүләкән ҡалаһы Асылыкүл-Балҡантау» төркөмөндә «Фотоконкурс «Давлекановская весна» папкаһында. Папка һәр ваҡыт фотолар менән тулыланып торасаҡ һәм ҡатнашыусылар һаны ла арта барасаҡ. Шуның өсөн тауыш биреү барышын күҙәтеп барығыҙ.
Мәктәп уҡыусыларының эшен сайтта ҡарағыҙ һәм конкурс һөҙөмтәләрен күҙәтегеҙ!
Читайте нас