Ирекһеҙлектә лә тормош ҡайнай. Стәрлетамаҡ колония-ҡасабаһында үҙҙәрен яҡшы яҡтан күрһәткән ҡатындарға бер нисә көнгә ялға өйҙәренә ҡайтып килергә рөхсәт итә башланылар. Бындай мөмкинлек менән ҡулланыр өсөн уларға махсус комиссия һынауын үтеү талап ителә.
Йылы теплицала ҡыҙҙар төрлө төҫтәге матур сәскәләргә һыу һибә. Улар үҫентеләрҙе айырыуса иғтибар менән тәрбиәләй, сөнки был хеҙмәт өсөн эш хаҡы түләнә. Баҡса шарттарында насар уйҙар ҙа юҡҡа сыға, ти гүзәл заттар. Стәрлетамаҡ колония-ҡасабаһында ултырған ҡатындарҙың тормошо үҙенсәлекле һәм ҡатмарлы. Был урынға енәйәт юлына баҫҡан ҡыҙҙар эләгә. Кемдер өсөн урлашыу, наркомания, тәртип боҙоу ғәҙәти күренеш, ә бына сәскә яратыусы Натальяны колонияға осраҡлы юл фажиғәһе алып килә.
Колония теплицаһында ҡыҙҙар сәскәләрҙән тыш ҡыяр, кишер, сөгөлдөр үҫтерә. Күрше цехта йәшелсәләрҙән консервалар яһайҙар. Стәрлетамаҡ колонияһында ҡатындарҙың эш хаҡы айына 12 мең һум тирәһе.
Теплицала көс түгеп алған аҡсаны ҡатындар үҙҙәре теләгәнсә тотона ала. Колонияла кәрәк-яраҡтар менән тулы ҙур булмаған кибет эшләй. Урта белеме булмаған ҡыҙҙар бушлай колония ҡарамағындағы мәктәпкә йөрөй ала.
Күптән түгел учреждениела бер нисә көнгә ялға тыуған йортона ҡайтып килеү мөмкинлеге индерелә. Үҙен оҙаҡ ваҡытта яҡшы яҡтан күрһәткән язаға тарттырылыусы өйөнә ҡайтырға лайыҡлымы юҡмы икәнен махсус комиссия хәл итә.
Салауат Әхмәтов, Стәрлетамаҡ ҡалаһының 6-сы колония-ҡасабаһы етәксеһе: “Тәү сиратта, кешенең тәртибенә иғтибар итәбеҙ. Ял намыҫлы хеҙмәт иткән, режим талаптарын боҙмаған, социаль яҡтан әүҙем, йәмәғәт эштәрендә ҡатнашыусыларға бирелә”.
Әлбиттә, бер нисә көнгә өйгә ҡайтып килеү хоҡуғы күптәрҙе ҡыҙыҡһындыра. Язаға тарттырылған 27 йәшлек Анастасия колония шарттарында малай таба, өйҙә уны ике өлкән балаһы, ҡәйнә-ҡайнаһы көтә. Әлегә ул айырым бүлмәлә бәпесе менән бергә йәшәй. Дөйөм эштәрҙән ул бушатылған, йәш әсәләр өсөн мөмкин тиклем уңайлы шарттар булдырылған. Ҡыҙҙың тормош иптәше ир-егеттәр колонияһында көн итә.
Ялға өйгә ҡайтып килеү хоҡуғы беҙҙең сюжеттың геройы Натальяға бирелә. Колония хеҙмәткәрҙәре ҡатындың тәртибенә, хеҙмәтенә бер ниндәй ҙә дәғүә юҡ тип билдәләне. Дүшәмбегә тиклем ул ғаиләһе менән бергә буласаҡ.
Ял ваҡытында колония хеҙмәткәрҙәре язаға тарттырыусыларға даими шалтыратып торасаҡ. Закон буйынса иркенән мәхрүм ителгәндәр ике аҙнаға тиклем ял алырға хоҡуҡлы.