Һалымдың оҙон ҡулдары хәҙер халыҡтың ашатыусыһы- теплицаға ла барып етте. Ерҙә йәшелсә-емеш рәхәтләнеп үҫтер, ә көпләп ҡуйһаң, яһаҡ түлә. Ә бит йылытма Рәсәй халҡы өсөн барыһы ла. Тотош ил теплица ярҙамында ҡышҡылыҡҡа ашарына әҙерләй, ҡайһылары уңышын һатып әҙерәк аҡса эшләп тә ала. Бигерәк тә ҡырыҫ тәбиғәтле төньяҡ төбәктәрҙә йылытмаһыҙ бер нимә үҫтереп алырмын тимә. Хәҙер килеп теплица төҙөйһөң икән, һалым түлә, йәшелсә-емеш үҫтереп һатаһың икән, шәхси эшҡыуарлыҡ теркә. Юғиһә, - штраф! Нимә һәм ҡайҙа сәсергә мөмкин? Һалымға эләкмәҫ өсөн йылытманы ниндәй ҙурлыҡта эшләргә?
Раҡыя Сабирйән ҡыҙы йыл һайын май байрамдары алдынан өйҙәге үрсентеләрҙе теплицаға күсереп ултырта. Бының өсөн уның Өфө эргәһендәге баҡсаһында ике йылытмаһы бар. Йәй буйына ыҙа сигергә тура килһә лә, химияһыҙ йәшелсә өсөн бар һыҙланыуҙарҙы ла онотаһың, ти оло йәштәге ҡатын. Әммә быйылғы баҡсасылыҡ миҙгеле айырыуса мәшәҡәтле булмаҡсы.
Быйылдан теплицаларға ла һалым ғәмәлгә ингән тигән закон баҡсасыларҙы шаҡ ҡатырған. Әйткәндәй, һуңғы ваҡытта Рәсәйҙә баҡсаларын һатырға теләүселәрҙең кинәт артыуы күҙәтелгән. Шул уҡ уҡ ваҡытта һатып алыусыларҙың кәмеүе теркәлгән. Белгестәр бының сәбәбен баҡсалағы күсемһеҙ милеккә индерелгән һалым менән аңлата. Улар фекеренсә, халыҡтың күбеһе бөгөн үҙ милкен яңы регламент буйынса теркәргә теләмәй, шуға ла баҡсаны һатыу һалымдан ҡотолоуҙың берҙән-бер юлы тип иҫәпләй.
Уның ҡарауы, һуңғы йылдарҙа республикала теплицалар менән сауҙа итеүселәр арта. Ауыл ерендә йәшәүселәр бигерәк тә тиҙ ҡорола торған йылытмаларҙы һайлай. Интернеттағы күп һанлы иғландар араһынан да кеҫә ҡалынлығына ҡарап теплицаларҙың төрлөһөн алырға мөмкин. Әммә эшҡыуарҙар быйылғы миҙгелдә ҙур майҙанлы ҡоролмаларға ихтыяж кәмеүен билдәләй.
Ауыл ерендә йәшәүселәрҙең ҙур майҙанлы теплицаларҙан баш тартыуының сәбәбе ябай, ти белгестәр. Сөнки яңы закон буйынса хужалар 50 квадрат метрҙан ҙурыраҡ йылытмалар өсөн һалым түләргә тейеш. Шулай уҡ яһаҡ капиталь нигеҙгә урынлашҡан теплицаларға ла ҡағыла. Ә инде ер участкаһындағы ҡаралты ошо талаптарға яуап бирмәй икән, тимәк, уны кадастр иҫәбенә ҡуйырға ла, хоҡуҡ теркәргә лә кәрәкмәй.
Бындай объекттарҙы асыҡлау һәм теркәү өсөн илдең ҡайһы бер төбәктәрендә ҡәтғи саралар күрелә башлаған. Хужалар ҙур күләмдәге штрафтарҙан ҡурҡып теплицаларын, мунсаларын, хатта һарайҙарын да күсемһеҙ милек объекты итеп теркәргә мәжбүр. Һалым органдары ер участкаһындағы ҡаралтылар тураһында аныҡ мәғлүмәт туплау өсөн квадрокоптерҙар ҡулланып, баҡсалар буйлап йөрөргә лә иренмәй. Шулай уҡ теркәлмәгән милек өсөн 8 мең һум күләмендә штраф һалыу осраҡтары ла теркәлгән. Әммә һалымсыларҙың бындай эшмәкәрлеге ябай халыҡта нәфрәттән башҡа бер ниндәй тойғо ла уятмай.