+13 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
6 Мая 2019, 06:26

Дәүләкән районынан Лоҡман Шафиҡовтың үҫмер сағы Бөйөк Ватан һуғышына тура килә

Фронтта үткән йәшлек. Дәүләкән районынан Лоҡман Шафиҡовтың үҫмер сағы Бөйөк Ватан һуғышына тура килә. Ул үҙе лә 17 йәше тулыу менән Алыҫ Көнсығышҡа хәрби хеҙмәткә алына. Сал сәсле ветеран менән беҙҙең ижади төркөм дә осрашты.

Фронтта үткән йәшлек. Дәүләкән районынан Лоҡман Шафиҡовтың үҫмер сағы Бөйөк Ватан һуғышына тура килә. Ул үҙе лә 17 йәше тулыу менән Алыҫ Көнсығышҡа хәрби хеҙмәткә алына. Сал сәсле ветеран менән беҙҙең ижади төркөм дә осрашты.
Лоҡман Шафиҡов өсөн майҙың һәр көнө байрамға тиң. Быйыл ул 74-се Еңеү яҙын ҡаршыларға әҙерләнә. Күкрәгендә балҡыған миҙалдар - йәшлек йылдарында күрһәткән ҡаһарманлығын иҫбатлай. 1943 йылдың ноябрендә Дәүләкән районы егете Алыҫ Көнсығышҡа ебәрелә. Быға тиклем ҡулына бер тапҡыр ҙа ҡорал алмаған 17 йәшлек үҫмергә яуаплы бурыс ҡуйыла - ил сиген япондарҙан һаҡлау. Оборонала торғанда ул совет һалдаттарының батырлығын күреп, рухлана, физик яҡтан сыныға.
Лоҡман Шафиҡов, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны: “Немецтарҙы еңгәс, япондарҙы ҡыуырға танктарҙы ебәрҙеләр, япондарҙы ҡыуып сығарҙыҡ, ҡайһыларын тотҡонлоҡҡа алдыҡ”.
Лоҡман Шафиҡов Бөйөк Ватан һуғышының 2-се дәрәжә ордены менән бүләкләнә. Еңеү яҙынан һуң хәрби хеҙмәтен дауам итә. Тик ете йылдан һуң ғына тыуған Дәүләкән районына әйләнеп ҡайта. Шофер булып эшкә төшә, ғүмеренең 32 йылы юлда үтә. Хаҡлы ялға сыҡҡас та, ул үҙенә яратҡан шөғөл таба.
Хәмит Рәхимов, Лоҡман Шафиҡовтың кейәүе: “Хәленән килгәнсе, ауылдарға матбуғат, хат таратып, шатлыҡ өләште. Хаҡлы ялда ла өйҙә ятманы, йөрәге түҙмәгәндер инде”.
92 йәшен тултырған сал сәсле ветеран менән һоҡланмау мөмкин түгел, сәләмәтлегенә бер ҙә зарланмай. Шулай ҙа һуғыш йылдары хаҡында һөйләүҙе үҙһенмәй, "Иң мөһиме бөгөн илдә тыныслыҡ булһын,"-ти уҙаман. Балалары иһә атай нигеҙе ныҡ булыуына һөйөнә.
Әлмира Рәхимова, Лоҡман Шафиҡовтың ҡыҙы: “Бөтә дүрт балаһы ла Өфөлә йәшәйҙәр. Ҡайтабыҙ, ишек асыҡ һәр ваҡыт. Ҡаршы алып торалар. Нисек ҡайтмайһың инде, шатланып ҡайтабыҙ”.
Лоҡман Рәшит улы сәнғәткә ғашиҡ. Балалары ҡайтһа ҡулына аккордеонын ала. Элек ветеран үҙе лә матур йырлаған, хәҙер музыка ҡоралында уйнау менән генә сикләнә.
Зәкирә Шафиҡова, Лоҡман Шафиҡовтың күршеһе: “Бөтә оҙон көйҙәргә шәп ине, ҡыҫҡаларына ла шәп ине, дәүләкәндәрҙе лә йырлай ине маҡтап”.
Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Лоҡман Шафиҡов ихата алдын да һәр ваҡыт тәртиптә тота, ҡош-ҡорт да күрһәтә. Мәктәп уҡыусылары менән осрашыуҙарға ла йөрөй. Хәтирәләре менән уртаҡлашып йәш быуында илһөйәрлек тойғолары тәрбиәләй.
Читайте нас