-4 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Май 2019, 11:56

Дәүләкән районында автомобиль һыу аҫтына китеп, водителе һәләк булған

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, уҙған төндә ҡатын тормош иптәшенең юғалыуы тураһында ҡотҡарыу хеҙмәттәренә белдерә. Бәләгә тарыусыны эҙләүгә авария-ҡотҡарыу хеҙмәте белгестәре йәлеп ителә.

Һөҙөмтәлә 47 йәшлек ир "Митцубиси" автомобиле эсендә табыла. Ҡорос атында ул Дим йылғаһына төшөп китеп һәләк булған. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы бигерәк тә төнгө юлда айырыуса иғтибарлы булырға, тиҙлек режимын арттырмаҫҡа һәм арыған килеш руль артына ултырмаҫҡа саҡыра.
Читайте нас: