0 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Май 2019, 17:46

Өфө хакимиәтендә йылытыу миҙгеленең тамамланыуы тураһында хәбәр иттеләр

Өфө хакимиәтендә бөгөн, 6 майҙа, йылытыу миҙгелен тамамлау тураһында ҡарар ҡабул ителде

Өфө хакимиәтендә бөгөн, 6 майҙа, йылытыу миҙгелен тамамлау тураһында ҡарар ҡабул ителде. Ресурстар менән тәьмин итеүсе ойошмаларға бөгөндән башлап йылы биреүҙе туҡтатырға ҡушылды, тип белдерҙеләр мэрияның матбуғат хеҙмәтендә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, әлеге йылытыу миҙгеле 28 сентябрҙә башланды. Нормативтарға ярашлы, кәмендә биш көн уртаса тәүлек температураһы +8 градустан юғарыраҡ булһа, йылы биреү туҡтатыла.
Читайте нас: