+23 °С
Дождь
Антитеррор
Новости
6 Мая 2019, 06:18

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы туристарҙы маршруттарын рәсми теркәргә саҡыра

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, май байрамдарына республикала 1199 турист рәсми теркәү үткән.

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, май байрамдарына республикала 1199 турист рәсми теркәү үткән. Шуларҙың 124-е балалар. Барлығы 90 төркөм төҙөлөп, 73-ө һыу һәм 17-һе йәйәүле маршруттар буйынса сыға. Башҡортостан йылғалары йыл да туристарҙы күпләп йәлеп итә.
Быйыл да кәмәләрҙә ағып төшөргә күрше Татарстан, Пермь крайы, Силәбе, Ырымбыур өлкәләренән, хатта Мәскәүҙән дә халыҡ килә. Ҡотҡарыусылар айырыуса хәүефле тип һаналған Кесе һәм Оло Инйәр, Һаҡмар, Еҙем, Ләмәҙ йылғаларындағы һикәлтәләрҙә постар ҡуйған. Ләкин быйыл йылғалар тыныс, ти туристар.
Игорь Ғәлимов, турист: “Быйыл ҡар оҙаҡ ирене бит. Бер йылытып, бер һыуытып тороу арҡаһында ҙур һыу ҙа булманы. Шуға күрә йылғалар тыныс. Тәжрибәле һалсылар өсөн хатта ҡыҙыҡ та түгел. Ҡояшта ҡыҙынырға ғына сыҡтыҡ. Туристар былай күп. Ҡотҡарыусылар ҙа эшләй”.
Шулай ҙа уяу булырға кәңәш итә ҡотҡарыусылар. Ҡағиҙәләргә ярашлы, төркөм менән сығырға тейешле туристар ҙа, айырым йөрөүҙе хуп күреүселәр ҙә походтары алдынан ун эш көнө ҡала теркәлергә тейештәр. Шулай уҡ сәфәр ваҡыты бөткәс, ҡайтыуҙары тураһында хәбәр итеүҙәре мотлаҡ. Быларҙың барыһы ла ярҙам күрһәтеү хеҙмәттәренә эштәрен теүәл алып барыу, туристарҙың хәүефһеҙлеген күҙәтеп тороу өсөн кәрәк. Күңелһеҙ хәлдәргә башлыса туристарҙың хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен иңҡар итеүе һәм эскән килеш һыуға төшөүе сәбәпсе.
Читайте нас