Аҙна һайын үткәрелгән бүләктәр отоуҙа ҡатнашыу өсөн хәҙер гәзиткә яҙылыу тураһында квитанцияны мотлаҡ редакцияға килтерергә кәрәкмәй. Һеҙ уны электрон почта аша ебәрә алаһығыҙ. Беҙҙең адрес: znam49@mail.ru.
Был кәмендә ике минут ваҡытты ала. Подписка тураһында квитанцияны үҙегеҙ ебәрә белмәйһегеҙ икән, балаларығыҙҙан, ейәндәрегеҙҙән ярҙам итеүҙәрен һорағыҙ. Улар һис ауырлыҡһыҙ квитанцияны беҙгә ебәрәсәк, ә кесаҙна ул бүләктәр отоуҙа ҡатнашасаҡ.
Бүләктәр һәр кесаҙна редакцияла уйнатыла.
Район гәзите менән бергә ҡалығыҙ һәм ҡалалағы, райондағы хәл-ваҡиғалар уртаһында булығыҙ! Беҙ һеҙҙең өсөн эшләйбеҙ!